+18 °С
Ясна
Ҡабак төшө цинк, магний, калий кеүек минералдарға, витаминдарға, фолий кислотаһы тоҙҙарына һәм башҡа туҡлыҡлы матдәләргә бай.
Уның файҙаһы күберәк булһын өсөн, төнгөлөккә һыуға һалып ҡалдырығыҙ һәм иртән ашағыҙ.
Ҡабаҡ төшөндәге май үҙенең составы менән зәйтүн мае менән ярыша ала һәм йөрәк өсөн файҙалы. Калийға бай булыуы менән ул ҡан баҫымын көйләп тора. Уның составындағы Е витамины сәстең сәламәтлеге өсөн кәрәк, шулай уҡ тән тиреһен дә ҡартайтмай. Ҡабаҡ төшөндәге А витамины күҙ ауырыуҙарын булдырмай ҡалырға ярҙам итә.