Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
30 Ноябрь 2023, 10:03

Браконьерҙарға ҙур штраф янай

Бишбүләк районында бер йәшлек мышыны һәләк иткәндәр

Браконьерҙарға ҙур штраф янайБраконьерҙарға ҙур штраф янай
Браконьерҙарға ҙур штраф янай

29 ноябрҙә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Рәсәй милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы, Һунарсылар Һәм балыҡсылар ассоциацияһының законһыҙ һунар итеүҙе асыҡлау һәм тыйыу буйынса берлектәге сараһы уҙҙы.Рейд барышында Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһына беркетелгән һунар биләмәләрендә бер йәшлек мышыны рөхсәтһеҙ аулау асыҡланған.

«Һунар ресурстарына 400 мең һумлыҡ зыян килтерелгән. Мышы түшкәһен бүлгән урында машина эҙҙәре һәм гильзалар табылған. Әлеге ваҡытта тикшереү бара», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республиканың Экология министрлығынан.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда мышыға атҡан браконьерҙың шәхесе асыҡланған, уға 2 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.

https://www.bashinform.ru

Браконьерҙарға ҙур штраф янай
Браконьерҙарға ҙур штраф янай
Автор:
Читайте нас