

Йәш быуынды теләһә ниндәй наркотик матдәләрҙән, эскелек, тәмәке тартыу кеүек алама ғәҙәттәрҙән арындырыу маҡсатынан, мәктәп уҡыусылары һәм йәштәр менән "Беҙ сәләмәт тормош" яҡлы тигән әңгәмәләр уткәрә. Район хакимиәтенең Йәштәр буйынса белестәре был йәһәттән төрлө аңлатыу эштәре алып бара.
Күптәр ВИЧ инфекцияһың ҡан аша, енси бәйләнеш аша тапшырылғанын белә. ВИЧ инфекция менән тәнгә татуировка төшөргәндә лә зарарланырға мөмкин. Был шөғөл менән айырыуса йәштәр, бигерәк тә хәрби хеҙмәттә булыусылар мауыға. Татуировка яһау өсөн, ғәҙәттә, бер тапҡыр ғына ҡулланыла торған энәләрҙе тотоналәр, ә бына иретмәнең дә шундай булырға тейешлеген баштарына ла килтермәйҙәр. Йыш ҡына һалдаттар хатта бер үк лезвие менән ҡырына, уның аша ла СПИД йоҡтороу ҡурҡынысы ҙур.