

Латиповтарҙың ғаилә тормошо бик күптәрҙеке кеүек, ябай ғына башлана. Ҡаныҡай ауылы һылыуы менән Набережный егете Рәйес бер-береһенә күҙ һала. Улар араһында бөрөләнгән һөйөү хистәре, ике йыл айырылып торған осорҙа ла һынала. Силәбенең Озерный ҡасабаһынан килгән һалдат хаттары араларҙы тағын ла нығыта.
1974 йылдың 9 ноябре — әлеге дата уларҙың күңелендә матур иҫтәлек булып һаҡлана.
- Хеҙмәтемде тултырып ҡайтыу менән һөйгән ҡыҙыма тәҡдим яһаным, ул был ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһында училище тамамлап, Ишембайҙа штукатур-маляр булып эшләй ине, - тип иҫкә ала Рәйес Сафуан улы. – Беҙ Бикҡол ауылында төндә ЗАГС-ҡа барып яҙылыштыҡ та, иртәгәһенә автобусҡа ултырып Аксенға юл тоттоҡ. Мин бында агрономлыҡҡа уҡып сыҡҡайным. Әммә унда оҙаҡ йәшәмәнек, ни бары һигеҙ ай ғына торҙоҡ.
Йәш саҡ – иңдәргә осар ҡанат ҡуйған саҡ. Романтик хистәр уларҙы Себер тарафтарына әйҙәй. Йәш ғаилә Коми АССР-ының Усинск ҡалаһына килеп урынлаша.
- Мин армияға ҡәҙәр ҙә тракторҙа эшләгәйнем, көнөнә өс тапҡыр ун дүрт һауынсыны Иҫке Ҡаныҡай еренә һыйыр һауырға йөрөттөм. Ун алты йәшлек малайға нисек тракторҙы ышанып тапшырҙылар икән тип, әле булһа аптырайым. Себерҙә миңә «СПЕЦ АТК» ойошмаһында тракторҙа эшләргә тура килде, - дип әңгәмәне дауам итә Рәйес Сафуан улы. – Был ваҡытта беҙҙең ҡыҙыбыҙ Светлана һәм улыбыҙ Алик тыуғайны инде, ҡатыным декрет ялында ултырҙы. Әммә климат ярамау сәбәпле, беҙ дүрт йылдан һуң тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайттыҡ.
Сит ерҙәрҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул, тигәндәй, тыуған ауылы Набережныйға ҡайтып урынлаша улар. Билдәле инде, ир кеше ғаилә бәхетен эштә, йәмғиәткә хезмәт итеүҙә таба. «Дим» совхозының 4-се бүлексәһендә был йылдарҙа фермалар һалына, йорттар ҡалҡып сыға, тирә-яҡ ауылдарҙан эшселәр килә. Тыуған ауылына ҡайтҡан Латиповтарға ла эш табыла. Рәйес Сафуан улы бер аҙ тракторҙа эшләгәндән һуң, уны учетчик итеп ҡуялар, 1986 йылда ул үҙ hөнәре буйынса эшкә керешә — «Южный» совхозыныn агрономы була. Ғаиләне тулыландырып, тағын бер-бер артлы ҡыҙҙары Гөлназ hәм улдары Рәфис тыуа.
Артабан Рәйес Латипов арендаға ер алып, 11 кеше менән эшкә керешә. Планға ярашлы, барлыҡ иген культуралары үҫтерәләр, мал-тыуар ҙа аҫрайҙар. Ике йылдан һуң, ул үҙ эшен асырға ҡарар итә hәм 2012 йылда фермер крәҫтиән хужалығы ойоштора. 1670 гектар ерҙе эшкәртеү өсөн шәхси эшҡыуарҙың сәскес-урғыс, культиваторҙан алып комбайн, трактор кеүек барлыҡ техникаһы ла була. Тормош иптәше Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы иһә совхозда кассир булып эшләй. Тик тормош бер ваҡытта ла тигеҙ юлдан ғына бармай, һынауҙарын ҡуя тора. Ҡауышып ҡырыҡ йыл бергә йәшәгәндән һуң, Фәниә апай ауырып китә, инсульт кисерә hәм инвалид булып ҡала.
— Мин ул ваҡытта Ырынбур өлкәһендә фермерҙа сәсеүҙә йөрөй инем, ҡатынымдың ауырып китеүе тураһында шылтыратып хәбәр иттеләр. Шунан беҙҙе Октябрьскийға ебәрҙеләр. Ҡатыным 29 көн комала булды, ул йүнләп тын да ала алмай ине. Шәфҡәт туташтары өйрәткәнсә, уны тәрбиәләргә өйрәндем: ғырылдай башлаһа, туҡтата инем, груша менән ҡаҡырығын йыйып торҙым, бер аҙҙан ҡалаҡлап ашата башланым. Палатала Фәниә янында ултырып булһа ла бер аҙ серем итеү өсөн һеңлем бер кресло килтерҙе һәм миңә йыш ҡына креслола ултырған килеш төн уҙғарырға тура килде. Бер аҙҙан, беҙҙе Бишбүләк үҙәк район дауаханаһының паллиатив бүлегенә ҡайтарҙылар hәм шул кереүҙән беҙ йәй буйы, йәғни 131 көн больницала яттыҡ, — тип, ул ете йыл элек булған хәлде иҫкә ала.
Артабан Өфө юлын тапауҙар башлана. Фәниә Ғәлимйән ҡыҙын өс тапҡыр Ғ.Ғ Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһына һалалар, уның беләгенә бер юлы 38 укол ҡаҙаған саҡтары була. К.Маркс урамындағы хәрби госпиталдә лә дауаланыу курсы үтәләр. Ана шулай Фәниә апай айҙар буйы ғүмер өсөн көрәшеп, врачтарҙың hәм иренең тырышлығы менән үлемде еңеп сыға. Ниндәй ғазаптар кисереүен, ниндәй тән hәм йән һыҙлауҙары кисереүен ауырыу кеше үҙе генә белә торғандыр. Ә күңелдә өмөт, ышаныс уты емелдәй...
Даими рәүештә врачтар күҙәтеүе аҫында булған Фәния апай бер аҙ йүнәлгәс, уның менән логопед шөғөлләнә, ул ижектәрҙе әйтеп, яңынан һөйләшергә өйрәнә, ҡабатлау таблицаһын иҫенә төшөрә. Әкренләп ана шулай тормошҡа ялғаусы аҙымдар яһала. Бөгөнгө көндә беренсе төркөм инвалиды булған хужабикә үҙаллы хәрәкәтләнә алмай. Урын-ер өҫтөндәге ауырыуҙы ҡарауҙың ниндәй оло мәшәҡәт, ауыр хеҙмәт икәнен үҙ башынан кисергән кеше генә аңлай торғандыр. Сабырлыҡ та, ныҡлы ихтыяр көсө лә талап итә ул.
— Өйҙә ҡатыным өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырҙыҡ, — тип бөхтә итеп йыйыштырылған бүлмәләрҙе күрһәтә хужа кеше. — Урам яҡҡа ҡарап торғаны - йоҡо бүлмәһе, ваннаны ла уңайлы итеп яһаныҡ. Йыуындырғанда ауылда тороусы киленем Инна ярҙам итә. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс, беҙгә июль айында медицина карауатын килтерҙеләр, ул бик яйлы, уның менән хатта бүлмә эсендә лә йөрөп була. Ҡатыным телевизор ҡарағанда, уның баш яғын күтәртеп ҡуям. Бынан тыш, өрөп ҡабартыла торған ванна, мендәр, ашау өсөн махсус өҫтәл һәм һәм памперстар ҙа алдыҡ. Ишек алдындағы кер бауынан кер өҙөлмәй инде уныһы. Ауылда медпункт булмауы үкенесле, әлбиттә, шәфҡәт туташы hәм врачтар график буйынса килеп ҡарай. Дарыуҙарҙы ҡушылғанса, үҙем теп-теүәл ваҡытта эсерәм, ҡан баҫымын үлсәп торам, — ти, тормош иптәшен бала урынын ҡараусы Рәйес ағай.
Йорт хужаһы, ҡатыны үҙ эсенә генә бикләнеп, бойоғоп ултырмаһын өсөн, яҙ-йәй айҙарында уны коляскаһы менән ишек алдына саф hауаға сығарып ултырта. Фәниә апайҙы ул тыуған ауылында үткән «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» байрамына ла алып барған. Улар ирле-ҡатынлы йыш ҡына матур хәтирәләргә лә бирелә:
— 1986 йылда беҙгә совхоздан бушлай путевка биргәйнeләр. Беҙ 24 көн буйына Германияның төрлө ҡалаларында булдык: Берлин, Дрезден, Вайнер, Лейпциг h.б. Унан балаларға ла, үҙебеҙгә лә әйберҙәр алып ҡайттыҡ, бына был келәм дә шунан ҡалған иҫтәлек. Ә сәйәхәттән ҡайтыуыбыҙға, беҙҙе һөйөнөслө яңылыҡ көтөп тора ине: мине «Южный» совхозының профком рәйесе итеп ҡуйҙылар, Фәниәне ашхана мөдире итеп билдәләнеләр. Етмәһә, күп тә үтмәй, фатир ҙа бирҙеләр.
Ауыл халҡына хас булғанса, йорт хужалары элек күпләп һыйыр малы аҫраған, һарыҡтар ҙа тотҡан, хәтһеҙ умарталары ла булған. Хәҙер инде йәйгеһен бройлерҙар ғына алалар, баҡса үҫтерәләр, хужалыҡ эштәрен башҡарыуҙа ярҙамлашҡан Зөлфиә Мөдәрисоваға рәхмәтле улар. Ауырыу ҡатынын ҡарап, һәр көнө үтә мәшәҡәтле үтһә лә, оптимист рухлы Рәйес ағайҙың ауыҙынан зарланыу һүҙҙәре ишетелмәй.
—Балаларыбыҙ үҙаллы йәшәй: Гөлназ - Волгоградта, Рәфис - Өфөлә, Алик - ауылда. Светлана ҡыҙыбыҙ баҡыйлыҡҡа күскәндә тыуып ҡына ҡалған ейәнебеҙ Салауатҡа хәҙер инде 14 йәш. Беҙҙең 9 ейәнебеҙ, бер ейәнсәребеҙ, ике бүләсәребеҙ бар, улар әленән-әле беҙҙең яныбыҙға ҡайтып тора, шулай уҡ кеҫә телефонынан аралашып торабыҙ. Күптән түгел Фәдис ейәнебеҙ тураһында район гәзитенә яҙҙылар, - тип, улар тураһында сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер ул.
Һынауҙарҙы лайыҡлы үткән, төшөнкөлөккә бирелмәйенсә, ныҡлы рухлы булып ҡалған, ғүмер көҙөндә бер-береһенә терәк булып йәшәүсе Латиповтарға ейәндәр һөйөп, балаларының изгелектәрен күрергә яҙһын ине, тип теләйбеҙ.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА.
Автор фотоһы.