Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
3 Декабрь 2023, 16:26

Фермер Башҡортостан Башлығына рәхмәт әйтте

Бишбүләк эшҡыуары Ғәзиз Сираев республикала туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән ярҙам менән ҡәнәғәт.

Фермер Башҡортостан Башлығына рәхмәт әйттеФермер Башҡортостан Башлығына рәхмәт әйтте
Фермер Башҡортостан Башлығына рәхмәт әйтте

Бишбүләк районынан фермер Ғәзиз Сираев Радий Хәбировҡа «тура бәйләнештә» һорауына яуап биреүе өсөн рәхмәтен белдерҙе. Йәш эшҡыуар төбәктә туризмы үҫтереү һәм грант ярҙамы хаҡында һорау биргәйне. Ул «Башҡортостанда оҙон ғүмер» проекты буйынса үҙенең районына быйыл 600-ҙән ашыу турист килеүе, шулай уҡ грант ярҙамы алып Дим йылғаһы буйлап һалағыш ойоштороуы хаҡында һөйләгәйне.

«Мин һорауым тура эфирға эләккән өсөн бик ғәжәпләндем. Хатта республика Башлығы ябай ауыл малайына иғтибар итеүенә ышанып етмәнем. Радий Фәрит улының яуабы менән ҡәнәғәт ҡалдым. Был бик тәрән һәм өмөтлө яуап ине. Башҡортостан йыл һайын төрлө туристик конкурста еңеү яулай, беҙҙә өлгө алалар, ярышалар. Тап ошондай тренд бөгөн беҙҙә. Мин Радий Хәбиров етәкләгән команда менән ҡәнәғәтмен. Ул республика өсөн күпте эшләй. Туризмға ҡарата бындай иғтибар Башҡортостанда булғаны юҡ ине», — тине эшҡыуар.

https://www.bashinform.ru

Фермер Башҡортостан Башлығына рәхмәт әйтте
Фермер Башҡортостан Башлығына рәхмәт әйтте
Автор:
Читайте нас