Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
3 Декабрь 2023, 16:48

Илебеҙҙең баш ҡалаһында Башҡортостан көндәре гөрләп үтә. 

Башҡортостан көнөндә “Рәсәй” күргәҙмә-форумында “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проектында ҡатнашыусылар ҙа булды

Илебеҙҙең баш ҡалаһында Башҡортостан көндәре гөрләп үтә.Илебеҙҙең баш ҡалаһында Башҡортостан көндәре гөрләп үтә.
Илебеҙҙең баш ҡалаһында Башҡортостан көндәре гөрләп үтә. 

– Ватаныбыҙҙың баш ҡалаһында булыу һәм “Башҡортостанда оҙон ғүмер” республика программаһы сиктәрендә “Рәсәй” күргәҙмәһен ҡарау мөмкинлеге өсөн ҙур рәхмәт. Беҙгә барыһы ла бик оҡшай, тәьҫораттар бер йылға етәсәк, – тип һөйләне ветерандар.

– Кешеләрҙең бәхетле йөҙҙәрен күреүемә гел шатланам. Кеше хаҡлы ялға сыҡҡас, ул ябылырға тейеш түгел, – тине Радий Хәбиров. – Ул өйҙән сығырға, ҡайҙалыр барырға тейеш. Беҙҙең “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһының мәғәнәһе тап ошоға ҡайтып ҡала ла инде.

Башҡортостан Башлығы ВДНХ павильондарының береһендә ойошторолған республика стендын да ҡараны. Экспозиция өр-яңы 3D-баҫыу технологияларын ҡулланып ойошторолған. Авторҙарҙың уй-фекере буйынса, стенд яңы ҡаҙаныштарға һәм инновацияларға илткән бөтә Рәсәй менән киләсәккә ынтылған йыһан карабынан ғибәрәт.

Эске яҡтан ҡунаҡтарҙы туризм өлкәһе, юл яны сервисын үҫтереү, шулай уҡ республика менән идара итеү үҙәге менән таныштырған интерактив панелдәр ҡуйылған. Виртуаль сәйәхәт зонаһы Башҡортостандың иҫтәлекле урындарын, мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһен йәки Салауат Юлаев һәйкәлен күрергә мөмкинлек бирә.

Ә интерактив зонала вертолет тибындағы пилотһыҙ аппарат менән идара итергә өйрәнергә һәм “Берлога” киберфизик платформаһында эшләнгән яңы “Академия” уйынын һынап ҡарарға мөмкин.

Стендта Башҡортостан гербының, шулай уҡ республикала тыуып үҫкән билдәле дирижёр Владимир Спиваковтың, балет артисы Рудольф Нуриевтың, яҙыусылар Сергей Аксаковтың һәм Сергей Довлатовтың голограммалары урынлаштырылған.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Илебеҙҙең баш ҡалаһында Башҡортостан көндәре гөрләп үтә.
Илебеҙҙең баш ҡалаһында Башҡортостан көндәре гөрләп үтә. 
Автор:
Читайте нас