+28 °С
Болотло


Башҡортостан гүзәлкәйҙәре ҡайҙа ғына бармаһын, һәр саҡ оло еңеүҙәр менән ҡайта. «Мисс Республика-2018» Эльмира Шәйехова матурлыҡ конкурсында уңышлы сығыш яһап, абсолют еңеүсе булған. Бынан тыш, уға башҡорт бейеүен башҡарғаны өсөн «Иң яҡшы Талант» исеме бирелгән. Жюри ағзалары хореографияны ғына түгел, Башҡортостан вәкиленең матур һәм зауыҡлы башҡорт костюмын да баһалаған.
Еңеүсе сифатында Эльмира 3 миллион Корея воны (210 000 һум) бүләккә лайыҡ булған һәм Корея косметик брендының йөҙө булып торасаҡ.
Башинформ.