Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
8 Декабрь 2023, 05:16

14 декабрь - Башҡорт теле көнө

2019 йылдан башлап 14 декабрҙә республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был дата төбәк етәксеһе ҡарары менән булдырылды. 

14 декабрь - Башҡорт теле көнө14 декабрь - Башҡорт теле көнө
14 декабрь - Башҡорт теле көнө

Был дата бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө менән тап килә.

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрамға ҡарата киң мәҙәни саралар билдәләнгән. 9 декабрҙә Әҙәһәм Искужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә “Башҡорт алфавиты” темаһына класс сәғәте үтһә, 13 декабрҙә - “Тел – халыҡ күңеле”, ә 14 декабрҙә “Туған телем – минең күңелем” концерттары була.

Ҡала Мәҙәниәт һарайында Булат Йосоповтың “Бабич” фильмын күрһәтеү, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында Рәүил Бикбайҙың тыуыуына 85 йәш айҡанлы “Халыҡ ғорурлығы” әҙәби бенефисы, уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә Аҡмулла көндәре, башҡорт телен популярлаштырған һәм башҡа саралар ҡаралған.

Башинформ.

14 декабрь - Башҡорт теле көнө
14 декабрь - Башҡорт теле көнө
Автор:
Читайте нас