Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
Общие статьи
8 Декабря 2023, 11:45

«Мин бында кәрәкмен»

Бишбүләктә йәшәүсе ҡатын иренең ни өсөн махсус хәрби операцияға юлланыуы тураһында һөйләй

«Мин бында кәрәкмен»«Мин бында кәрәкмен»
«Мин бында кәрәкмен»

Марина «Темир» позывнойлы һуғышсының ҡатыны, хәҙер бер ваҡыт шаяртып ире менән ул һәр ваҡыт уның янында буласаҡмын hәм кәрәк булһа, патрондар ҙа бирә аласаҡмын, тип әйткәнен иҫкә төшөрә.

— Ул ваҡытта былай булыр, тип уйламағайным. Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин һуғышсыларыбыҙға ярҙамға барырға әҙер. Госпиталгә, ашханаға булһа ла, бындай ауыр ваҡытта Тыуған илемә файҙалы булыр өсөн, — тип һөйләй Марина. Өлөшләтә мобилизацияның башынан уҡ 48 йәшлек ир-ат повестка көткән. Ул махсус хәрби операция зонаһына киткән күп кенә дуҫтарын hәм таныштарын оҙатҡан була. Ә уға повестка килмәгән, шуға күрә ул артабан көтөп тора алмайынса, үҙе хәрби комиссариатҡа барған.

— Ирем Һауа-десант ғәсеәрҙәрендә хеҙмәт иткән, hәм уның тормош девизы «Беҙҙән башҡа бер кем дә!». Һөҙөмтәлә, ул барыбер үҙ теләгәненә иреште, медицина тикшеренеүе уҙҙы, Өфөгә барып ҡайтты. 16 июндә РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөнө. Шулай итеп, ул «Башҡортостан» полкы составына керҙе hәм, тәүлек эсендә әйберҙәрен йыйып, беҙҙең райондан башҡа егеттәр менән бергә Рощинскийға әҙерлек үтергә китте, — тип иҫкә ала Марина ул көндәрҙәге ваҡиғаларҙы. Ике ай әҙерләнгәс, батальон Луганск өлкәһе территорияһында хәрби бурысты үтәүгә керешә.

Иренең: «Был минең эшем hәм гражданлыҡ бурысым, мин бында үҙемде кәрәк, тип хис итәм», — тигән һүҙҙәре Марина өсөн иң мөhиме, hәм ул үҙенең ир-ат миссияһын үтәй, тип һанай.

«Темир» Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатаһы кеүек, пулеметсы булып хеҙмәт итә. Марина hәм ата-әсәһе күптән түгeл гуманитар конвой менән яҡын кешеһенә исемле посылкалар ебәргән, уларҙы алыуына ул бик шат булған. Марина иренең бигерәк тә «Барыһы ла фронт өсөн — Бишбүләк» төркөмөнән ебәрелгән ике маскировка селтәренә шатланыуын әйтә.

— Кем беҙгә кәрәкле маскировка селтәрҙәрен ебәрҙе! Миңә селтәрҙәр бик кәрәк ине! — тип, рәхмәтен белдерә ирекмәндәргә ул.

Һирәкләк булһа ла, телефондан һөйләшкәндә, яҡташыбыҙ үҙҙәренең кәйефтәре яҡшы булыуын, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителеүҙәрен хәбәр итә.

Марина hәм танкист булырға хыялланыусы дүрт йәшлек улы ғәзиз кешеһенең  еңеү менән ҡайтыуын көтә.

Галина ВАРИКОВА.

Фото ғаилә архивынан.

«Мин бында кәрәкмен»
«Мин бында кәрәкмен»
Автор:
Читайте нас