Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
9 Декабрь 2023, 07:37

9 декабрь - Рәсәйҙә Ватан ҡаһармандары көнө.

Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовтың батырлығы халҡыбыҙ күңелендә йәшәй 

Миңлеғәли Шайморатов 43 йәшкә тиклем генә йәшәһә лә, ниндәй данлы юл үтергә яҙған уға. Ябай ауыл малайы үҙенең таланты, энергияһы һәм эшһөйәрлеге менән арҙаҡлы хәрби етәксе кимәленә етә. Ул әсәһе үлеп ҡалғас, 14 йәшендә ҡалаға сығып китә. Ҡалала Өфө пароходлығының “Урал” пароходында матрос булып эшләй башлай. Граждандар һуғышында ҡыҙылдар яғында була һәм унан һуң Шайморатов үҙен хәрби хеҙмәткә арнарға ҡарар итә.

Ҡазан ҡлаһында кавалерия мәктәбен тамамлап, Тамбовта квалификацияһын үҫтергәс, Ул ВЦИК исемендәге Кремль хәрби училищеһы эскадронының командиры итеп тәғәйенләнә. Шайморатов совет хөкүмәте заданиелары буйынса ярты донъяны гиҙеп сыға. Буласаҡ генерал, ҡаҙаҡ, уйғыр, төрөк телдәренән башҡа, инглиз һәм ҡытай телдәрен дә үҙләштерә.

Бөйөк ватан һуғышы башланыу менән 1941 йылда Шайморатов Ҡыҙыл Армия Генераль штабының бүлек етәксеһе ярҙамсыһы һәм Кремлде һаҡлау буйынса бүлек командиры итеп тәғәйенләнә һәм оҙаҡламай фронтҡа – генерал Доваторҙың корпусы составына ебәрелә. 1941 йылда башҡорт халҡы СССР-ҙың Дәүләт комитетына Башҡортостан ерендә кавалерия дивизияһын төҙөргә рөхсәт биреүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткәс, Оборона наркомының бойороғо менән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының етәксеһе итеп полковник Шайморатов тәғәйенләнә.

Шайморатовтың үлеме бик фажиғәле. Әммә уның ватаны өсөн биргән ғүмере хөрмәткә лайыҡ һәм сикһеҙ ғорурланырлыҡ. Утты үҙенә йәлеп итеп, ул һәләк була, әммә үҙҙәрен уратып алған немецтарҙың позицияларын асыҡларға ярҙам итеп, йөҙәрләгән һалдатын һаҡлап ҡала.

"Башҡортостан календары"нан.  

9 декабрь - Рәсәйҙә Ватан ҡаһармандары көнө.
9 декабрь - Рәсәйҙә Ватан ҡаһармандары көнө.
Автор:
Читайте нас