

Мүк еләге (клюква), көртмәле (брусника) һәм һырғанаҡ (облепиха) – ҡышҡы осорҙа иң файҙалы еләктәр. Улар организмдың иммунитетты күтәрергә ярҙам итә, уларҙа А, С, РР, К, В1, В2, Е, P витаминдары һәм башҡа мөһим элементтар бар.
Мүк еләге поливитамин комплексҡа эйә, унда микро - һәм макроэлементтар, шәкәр һәм органик кислоталар бар. Был еләктең төп өҫтөнлөгө шунда, һаҡлауҙың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, файҙалы сифаттарын юғалтмай.
Уны һалҡын тейеүҙән дә, физик, аҡыл һәм эмоциональ көсөргәнешлек ваҡытында ла ҡулланырға кәрәк.
Көртмәле А, С һәм Е витаминдарына бай. Унда шулай уҡ пектин, каротин, калий, магний, марганец, тимер һәм фосфор күп. Был еләктең 100 грамында тәүлеклек норманан органик кислоталарҙың 95 проценты, марганецтың 32,5 проценты һәм С витаминының 16,7 проценты бар. “Роспотребнадзор” белгестәре хроник арығанлыҡ һәм иммунитеты түбән булған кешеләргә көртмәле ашарға кәңәш итә. Дауаланыу маҡсатында көртмәленең емештәрен дә, ботаҡтарын һәм япраҡтарын да ҡулланырға мөмкин.
Ғалимдар һырғанаҡта фәнгә билдәле булған барлыҡ витаминдар ҙа бар тип раҫлай. Бигерәк тә унда С витамины күп. Иммунитетты нығытыу өсөн һырғанаҡты теләһә ниндәй формала ҡулланырға була: еләген ашарға, морсын эсергә, сәйен ҡайнатырға. Һырғанаҡ һуты һалҡын тейеп, вирус эләктереп ауырығанда айырыуса файҙалы. Ул йүтәлде йомшарта, тымау ваҡытында еңеллек бирә һәм температураны төшөрөргә ярҙам итә.