Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
13 Декабрь 2023, 11:22

Пенсияға сығыу йәшен кәметеүҙәре ихтимал

Тейешле закон проектын Дәүләт Думаһына индереү планлаштырыла.

Пенсияға сығыу йәшен кәметеүҙәре ихтималПенсияға сығыу йәшен кәметеүҙәре ихтимал
Пенсияға сығыу йәшен кәметеүҙәре ихтимал

Документҡа аңлатма яҙыуында билдәләнеүенсә, хәҙер ир-егеттәрҙең пенсия йәше - 65, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың 60 йәштән башлана. Ир-егеттәрҙең - 42, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың 37 йылдан күберәк страховка стажы булһа, улар пенсия йәшенә тиклем 24 ай алдан хаҡлы ялға сығырға хоҡуҡлы, тип яҙа «Известия».

Әммә, башланғыс авторҙары фекеренсә, юғары уҡыу йорттарын һәм техникумдарҙы тамамлаусыларҙың күбеһе 23-24 йәштә генә эшкә урынлаша, шул сәбәпле ваҡытынан алда пенсияға сығыу мөмкинлеген юғалта. Быны хәл итеү өсөн депутаттар страховка стажын ҡатын-ҡыҙҙарға - 32, ә ир-егеттәргә 37 йыл тип билдәләргә тәҡдим итә.

https://www.bashinform.ru

Пенсияға сығыу йәшен кәметеүҙәре ихтимал
Пенсияға сығыу йәшен кәметеүҙәре ихтимал
Автор:
Читайте нас