

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары эшкә урынлашҡанда льготанан файҙалана аласаҡ. Президент Владимир Путин «РФ халҡын эш менән тәьмин итеү тураһында»ғы законға ҡул ҡуйған.
«РИА Новости» яҙған хәбәргә ҡарағанда, уҙған аҙнала закон проектын Федерация Советы хуплаған. Документта шулай уҡ эшһеҙлек буйынса пособиеның сик күләме билдәләнгән. Беренсе 3 айҙа – 12,7 мең, шунан һуңғы 3 айҙа – 5-әр мең һум түләнәсәк. Ә инде пособиеның иң бәләкәй күләме – 1,5 мең һум. «Эшһеҙ» статусын алыу өсөн, кешенең үҙенә яраҡлы эш, бурыстары тураһында шәхси планды килештерергә кәрәк буласаҡ. Документты «Работа в России» сервисы ярҙамында мәшғүллек хеҙмәтендә эшләүселәр тәҡдим итәсәк.