

Янғын тураһында мәғлүмәт бөгөн төнгө сәғәт 2-лә ашығыс хеҙмәттәргә килә. Өфө муниципаль Янғын күҙәтеүе һәм Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре Д. Бедный урамына килә, унда ут ағас йортто ялмап алған була.
“Янғын һүндереүҙә 3 махсус техника ҡатнашты. Алар 30 минутта янғынды һүндерҙеләр. Үкенескә күрә, янғын урынын тикшергәндә ике кеше һәлак булғанлығы асыҡланды, уларҙың енестәре һәм шәхестәре асыҡлана”, — тип хәбәр иткәндәр МЧС-тың БР буйынса матбуғат хеҙмәтендә.
Әлеге ваҡытта янғындың сәбәбе билдәләнә, урында һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй гәҙттән тыш хәлдәр министрлығы тикшереүсеһе эшләй.
Көндәр сһлҡын. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫтән сығармағыҙ! Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы, мөлкәтегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Башинформ