

Туҡмастан бушаған ҡағыҙ ҡапсыҡты алып айырам, икәү етә миңә, ул ҡатлы-ҡатлы.
Салфетканы ныҡ итеп һеркәгә (уксусҡа) манып, уксусы тамып тора минең. Ҡағыҙҙы һөртәм, ҡаҙҙың терһәк аҫтарын, бот төптәрен уксус менән һөртәм.
Артабан тоҙ менән эсен-тышын ышҡыйым, эсенә лә тоҙ һалам, тышында ла тоҙ ҡалдырып төрәм шул ике ҡат ҡағыҙға.
Капрон колготкиҙы алып, ҡаҙға "кейҙерәм", шпагат менән бәйләп аҫып коридорға ҡуям.
Ваҡыт-ваҡыт әйләндергеләп алам.
Апрель-май айҙарында асып, тоҙон ҡоям, һалҡын һыу менән сайҡатып теплицаға элеп ҡуям.
Ҡаҙҙы түш яғынан ярам, асылып торһон өсөн арҡылыға сыра йәки сәнске ише әйбер ҡуям.
Майы үтә күренмәле булгас, ҡаҙ әҙер тигән һүҙ.