Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
19 Декабрь 2023, 07:36

Кем һалым ҡайтармаһы алыуға хоҡуҡлы

Рәсәй Федерацияһындағы сығанаҡтарҙан килем алған Рәсәй Федерацияһы резиденттары һалым ҡайтармаһы алырға мөмкин. Әгәр һалым түләү өсөн рәсми килем сығанағы булмаһа, һалым ҡайтармаһы түләнмәй.

Кем һалым ҡайтармаһы алыуға хоҡуҡлыКем һалым ҡайтармаһы алыуға хоҡуҡлы
Кем һалым ҡайтармаһы алыуға хоҡуҡлы

Дөйөм һалым режимын ҡулланһа, шәхси эшҡыуар ҙа ҡайтарма алыу хоҡуғына эйә. Махсус һалым режимын һайлаған шәхси эшҡыуарҙар ҡайтарма ала алмай.

Һалым ҡайтармалары түбәндәгесә булырға мөмкин:

▫ стандарт - граждандарҙың айырым категориялары («чернобылселәр», бала саҡтан инвалидтар, һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандары) һәм балалар өсөн һалым ҡайтармалары;

▫ социаль (белем алыу, дауаланыу, спорт, хәйриә, ирекле пенсия страховкаһы һәм 5 йылдан ашыу ғүмерҙе страховкалау өсөн);

▫ инвестиция;

▫ мөлкәт өсөн (күсемһеҙ милек һатып алған өсөн).

Ғаризаны йәшәгән урын буйынса һалым органында, Федераль һалым хеҙмәте сайтында бирергә мөмкин: https://vk.cc/ctkAgD.
Һалым ҡайтармаһы алыу тураһындағы тулыраҡ мәғлүмәт менән Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында танышырға мөмкин: https://vk.cc/ctkAiG

☎ Һорауҙарығыҙ булһа, үрҙә атап үтелгән хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ҡыҙыу линияһына шылтыратырға була: 8-800-222-2222.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Кем һалым ҡайтармаһы алыуға хоҡуҡлы
Кем һалым ҡайтармаһы алыуға хоҡуҡлы
Автор:
Читайте нас