+30 °С
Болотло


● Краб таяҡтары-1 ҡап (200 грамм),
● Йомортҡа - 3,
● сыр-70-100 грамм,
● һарымһаҡ-1 теш,
● майонез
Эш барышы:
Йомортҡаны бешерергә. Ағын һарыларынан айырып ике һауытҡа һалырға. Сырҙы ҡырғыс аша сығарырға.
Йомортҡа ағын, сыр, һарымһаҡты бергә ҡушып, майонез менән бутарға. Краб таяҡтарын (крабовые палочки) яйлап тағатырға (был эш тиҙ генә башҡарылмаһа, бер нисә минутҡа һыуға һалып алырға), йомортҡалы-сырлы масса менән буярға һәм торба һымаҡ итеп төрөргә. Һәр таяҡты майонез менән һыларға һәм ваҡланған йомортҡа һарыһында әүәләргә.