Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
27 Декабрь 2023, 10:53

Пелагея инәйгә - 101 йәш

Бик күп һынауҙар аша үткән Пелагея Николаевнаның тормошонан китап яҙырлыҡ

Пелагея инәйгә - 101 йәшПелагея инәйгә - 101 йәш
Пелагея инәйгә - 101 йәш

Бөгөн Михайловкала йәшәгән Пелагея Николаевна тыумышы менән Бәләбәй районының Ыҫлаҡбаш ауылынан. Йөҙйәшәр инәй әйтеүенсә, уларҙың ғаиләһе муллыҡта йәшәгән: ишле умарталары булған, һыйыр малдары, ат  тотҡандар. Ә инде күмәк хужалыҡ ойоштороу башланғас, атаһы бар булған мөлкәтен колхозға тапшырған. Пелагея әбей хәтерләүенсә, улар тиҫтерҙәре менән күрше ауыл мәктәбенә барыу өсөн, һәр көн урман-тау аша алты саҡрым ара үткәндәр. Ҡыҙыл яр мәктәбенең 7-се класын тамамлағандан һуң, ул фермала эшләй башлай. Йәйге-көҙгө осорҙа иһә баҫыуҙа сүп утай, көлтә бәйләй.

Ун туғыҙ йәшендә ауыл егете менән яҙмышын бәйләй, әммә ғаилә тормошо оҙаҡҡа һуҙылмай, сөнки өс айҙан һуң ул ирен фронтҡа оҙата. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда уны келәт мөдире итеп ҡуялар.  Һуғыш тамамланғас, башҡалар менән бергә уның хәләле лә ҡайта, әммә ул йөклө ҡатынын ҡалдырып, икенсе ҡатынға китә. 1950 йылда Пелагея Николаевнаның улы Андрей тыуа (хәҙер 73 йәштә). Бер аҙҙан ул үҙенең тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм мәктәпкә йыйыштырыусы булып урынлаша.  Ошо йылдарҙа ул икенсегә әсәй булыу бәхетен татый.

1960 йылдарҙа төҙөлөш эштәре киң ҡолас ала. Пелагея Николаевна Приют ҡасабаһында эшләгәндә, буласаҡ ире Павел Алексеевич менән таныша. Ун йыл эшләгәндән һуң, ғаиләгә фатир бирәләр. Ирле-ҡатынлы улар өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Артабан Леонтьевтар Бәләбәй ҡалаһына күсә, Пелагея Николаевна хеҙмәт юлын яңы асылған “Автонормаль” заводында дауам итә. 1993 йылда ул тол ҡала.

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да, ул ҡул ҡаушырып ултырмай, урам йыйыштырыусыһы була. Йөҙйәшәр инәй әйтеүенсә, ул бер эштән дә ҡурҡып тормай, 70 йәшен түңәрәкләгәс кенә, 47 йыл эш стаж менән эшенән китә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр Социалистик хеҙмәт ударнигы булараҡ билдәләнә.

Киң күңелле кеше оҙаҡ йәшәй, тигән әйтем бар халыҡта. Пелагея Андреева әйтеүенсә, ул кеше менән бәхәскә инмәгән һәм уның дошмандары ла юҡ. 1995 йылдан алып ул Михайловка ауылында йәшәй. Уның өс улы, ете ейән-ейәнсәре, ун туғыҙ бүлә-бүләсәре һәм ике тыуасары бар.

Бар ғүмере хеҙмәттә һәм төрлө мәшәҡәттәре менән үтһә лә, ул ҡартлыҡҡа һәм сырхауҙарға бирешмәй. Пелагея Николаевна ҙур һынауҙар аша үтеп, ил үҫешенә тос өлөш индергән еүңеүселәр быуынынан.

Наилә СӘБӘХОВА,

Автор фотоһы.

 

Пелагея инәйгә - 101 йәш
Пелагея инәйгә - 101 йәш
Автор:
Читайте нас