

27 декабрҙә, 01.37 сәғәттә, ашығыс хеҙмәттәргә Иглин районы Ивано-Казанка ауылындағы тораҡ йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Урынға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса хеҙмәткәрҙәре саҡыртыла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндереү барышында 1954 йылғы ирҙең үле кәүҙәһе табылған. Аяныслы хәлде асыҡлау өсөн ваҡиға урынына БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты инструкторы сыҡты», — тип хәбәр ителә дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Ишембай районының Кинйәбулат ауылындағы шәхси йортта сыҡҡан янғын 37 минутта һүндерелә, үкенескә күрә, янғынды һүндергән ваҡытта ҡатын-ҡыҙ кәүҙәһе (1953 йылғы) табыла.
https://vk.com/fire_association?w=wall-36721595_12922