Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
4 Ғинуар 2024, 06:24

Өфөлә 29 саҡырым юл ремонтланасаҡ

2024 йылда ла “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Безопасные качественные дороги) эштәр дауам ителә.

Өфөлә 29 саҡырым юл ремонтланасаҡӨфөлә 29 саҡырым юл ремонтланасаҡ
Өфөлә 29 саҡырым юл ремонтланасаҡ

Киләһе йылда баш ҡалабыҙ Өфөлә, “Хәүефһеҙ, сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Безопасные качественные дороги), дөйөм оҙонлоғо 29 саҡырым тәшкил иткән 11 юл участкаһын ремонтлау күҙ уңында тотола. Дәүләт етәксеһе В.В. Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән әлеге милли проект беҙҙең республикабыҙҙа ла юлдарҙы рәткә һалырға ҙур булышлыҡ ҡыла. 

Киләһе йылға иң мөһим юл объекттары – ул Карпов - Шакша биҫтәһе, Затон һәм Дим биҫтәләре юлдары, Нижегородкалағы Благовар урамы. Ул тиҫтә йылдар буйы ремонт күрмәгән юл. Дим биҫтәһендә Магистраль урам бар, уның торошона ҡарата халыҡ күп мөрәжәғәт итә. Был участокты ла финансларға һәм йүнәтергә әҙерҙәр. Баш ҡала халҡын ҡыуандырырҙай яҡшы хәбәрҙәр менән республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығындағы матбуғат конференцияһында таныштырҙылар.

Фото: bashkortostan.bkdrf.ru

https://bashgazet.ru

Өфөлә 29 саҡырым юл ремонтланасаҡ
Өфөлә 29 саҡырым юл ремонтланасаҡ
Автор:
Читайте нас