Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
7 Ғинуар 2024, 06:34

Йүтәл йонсотһа...

Йүткерә башлаһағыҙ, төрлө дарыуҙарҙан тыш, элек-электән файҙаһы менән билдәле булған халыҡ медицинаһын да онотмағыҙ...

Йүтәл йонсотһа...Йүтәл йонсотһа...
Йүтәл йонсотһа...

- 2 ҡалаҡ иҙелгән һарымһаҡты 100 грамм аҡ майға ҡушып болғатығыҙ. Ошо май менән төнгөлөккә аяҡ табандарын майлағыҙ, ойоҡбаш кейегеҙ. Был дауа тиҙ арала ярҙам итә;

- Бер тигеҙ өлөштә ҡырғыстан үткәрелгән һуған, алма һәм бал алып, бергә бутағыҙ. Көнөнә 3 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ ҡабул итегеҙ. Алма ҡабығын эҫе һыуҙа төнәтеп, шуны эсегеҙ;

- Ярты ҡалаҡ алоэ һутын ярты ҡалаҡ бал менән буташтырып, ошо ҡатнашманы бер нисә минут ауыҙҙа тоторға, һуңынан йоторға;

- 1 стакан күләмендә кәбеҫтә алығыҙ, уға биш стакан һыу ҡойоғоҙ һәм 30 минут ҡайнап ултырған һыуҙа тотоғоҙ. Артабан уны һөҙөп, баштағы күләмгә етһен өсөн һыу өҫтәргә кәрәк. Килеп сыҡҡан төнәтмәгә 200 грамм бал өҫтәгеҙ. Йылы көйөнсә көнөнә 3 – 5 тапҡыр яртышар стаканлап эсергә. Был дауаны ҡаҡырыҡты шыйығайтып, уның сығыуын еңеләйтеү өсөн ҡулланырға була;

Йүткереү ныҡ йонсотҡанда, ошондай ысул ҡулланып ҡарағыҙ:

- 1 стакан һөттө ҡайнатып сығарғас та уттан алығыҙ һәм 1 ҡалаҡ аҡ май, 1 ҡалаҡ бал, бысаҡ осонда сода, 1 сей йомортҡа һарыһы, иң һуңынан 2-3 тамсы 5 процентлы йод өҫтәгеҙ. Көнөнә 3 тапҡыр йылы көйөнсә яртышар стакан эсергә. Һыуытҡыста һаҡларға.

- Ярты стакан таҙартылмаған һәм ҡырғыстан үткәрелгән имбир өҫтөнә бал ағыҙырға һәм һүрән утта 15 минут бешерергә кәрәк.

- Бер стакан сәйгә ярты бал ҡалағы имбирлы балды һалып эсәбеҙ ҙә, яҡшылап төрөнөп ятабыҙ.

- Ҡурай еләге һәм йүкә сәскәһенән эҙерләнгән сәй ҙә файҙалы булыр.

Фото: itopfives.com

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Сығанаҡ:https://hakmar.ru

Йүтәл йонсотһа...
Йүтәл йонсотһа...
Автор:
Читайте нас