Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
10 Ғинуар 2024, 10:37

Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителә

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы иҫкә төшөрә.

Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителәБерҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителә
Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителә

Быйылғы сығарылыш уҡыусылары үҙҙәре уҡыған белем усаҡтарында яҙа. Ә мәктәпте быға тиклем тамамлағандар һәм колледж студенттары министрлыҡ билдәләгән имтиханға теркәлеү урындарында ғариза бирә: (https://education.bashkortostan.ru/documents/active/526124/).

1 февралдән һуң Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар бының өсөн ғәфү итерлек сәбәптәр булғанда һәм документ менән иҫбатлағанда ғына ғариза тапшыра ала. Был юлы инде имтихан булырҙан ике аҙна алдараҡ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт имтихан комиссияһына барып ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ. Адресы: Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2, 106-сы кабинет. 

Белешмәләр өсөн «БДИ буйынса ҡыҙыу линия» телефондары: 8 (347) 218-03-81, 8 (347) 218-03-28.

Фото: ya.
https://vk.com/club45440006

Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителә
Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителә
Автор:
Читайте нас