Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
11 Ғинуар 2024, 05:59

Миллион һум аҡса күсергән...

Юғары уҡыу йорто студенты мутлашыусылар тоҙағына эләккән. 

Миллион һум аҡса күсергән...Миллион һум аҡса күсергән...
Миллион һум аҡса күсергән...

Башҡортостан эске эштәр органдарының дежур частарына тәүлек эсендә дөйөм енәйәт мутлашыуҙары менән бәйле 30 хәбәр килде. Мутлашыусыларҙың ғәмәлдәренән килтерелгән зыян 5 миллион һумдан ашыу тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Мәҫәлән, Өфө полицияһына  юғары уҡыу йорттарының береһенең 22 йәшлек студенты мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ҡыҙ аферисттарҙың хәйләләренә эләгә һәм уларға 1 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.

«Ғариза биреүсенең кеҫә телефонына йәнәһе хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм банк хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыу килә, улар студент ҡыҙҙың аҡсаһын „хәүефһеҙ иҫәпкә“ күсерергә кәрәклегенә ышандыра. Ҡыҙ шылтыратыусыларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, кредит алған һәм алынған аҡсаны әйтелгән банк иҫәптәренә күсергән», — тип һөйләнеләр ведомствола.

Был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Бынан алда Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында аҡсаны аферистарҙан нисек һаҡларға тигән берҙән-бер дөрөҫ кәңәш бирелеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

«Элемтәнең теге осонда һеҙгә тәфтишсе, полицейский йәки ФСБ хеҙмәткәре шылтырата тип ишеткәс, бөтөнләй аралашмағыҙ. Кеҫә телефондарын һүндерегеҙ! Был мәғлүмәтте һәр кемгә еткерегеҙ! Һөйләшеү процесына инергә кәрәкмәй. Кәрәкмәй! Полиция хеҙмәткәре телефонға шылтыратмаясаҡ. Был хоҡуҡ һаҡлаусыларға шылтыратып, аҡсағыҙҙы күсереүҙе булдырмау бурысы түгел. Был бит билдәле! Уларҙың башҡа бурыстары бар. Үҙәк банк вәкилдәре менән дә шул уҡ хәл. Үҙәк банк вәкиле Рәсәй Федерацияһының һәр гражданының бөтә иҫәп-хисаптарын күҙәтеп ултырамы? Әлбиттә, юҡ. Бөгөнгө көнгә берҙән-бер кәңәш — телефондағы ҡыҙыл төймәгә баҫып, шылтыратыуҙы туҡтатыу», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды бр буйынса эске эштәр министры урынбаҫары генерал-майор Евгений Полтавец.

Шулай уҡ Башҡортостанда йәшәүселәрҙең мутлашыусыларға тәүлегенә уртаса 6 миллион һум күсереүҙәре әйтелде.

Башинформ. 

Миллион һум аҡса күсергән...
Миллион һум аҡса күсергән...
Автор:
Читайте нас