Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
11 Ғинуар 2024, 08:01

Республика халҡы Мортаза Рәхимовты иҫкә ала

Башҡортостандың тәүге президеты бер йыл элек 88 йәшендә вафат булғайны.

Республика халҡы Мортаза Рәхимовты иҫкә алаРеспублика халҡы Мортаза Рәхимовты иҫкә ала
Республика халҡы Мортаза Рәхимовты иҫкә ала

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуған. 1956 йылда нефть техникумын тамамлағандан һуң, Өфө нефть эшкәртеү заводына эш башлай. 1990 йылдан Башҡортостан республикаһының Юғары Советы рәйесе. 1993 йылда ул Башҡортостан республикаһының беренсе Президенты итеп һайлана. 1998 йылдың 4 июнендә - икенсегә, 2003 йылдың 21 декабрендә өсөнсө мөҙҙәткә Башҡортостан Президенты була. 2006 йылдың 10 октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Мортаза Рәхимовҡа Башҡортостан Президенты вәкәләттәрен йөкмәтә. 2010 йылдың 12 июлендә ул вазифаһын ваҡытынан алда тамамларға теләк белдерә. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Мортаза Рәхимовтың отставкаһын ҡабул итә.

https://vk.com/moradim

Республика халҡы Мортаза Рәхимовты иҫкә ала
Республика халҡы Мортаза Рәхимовты иҫкә ала
Республика халҡы Мортаза Рәхимовты иҫкә ала
Республика халҡы Мортаза Рәхимовты иҫкә ала
Автор:
Читайте нас