+30 °С
Болотло
Башҡортостанда, 2024 йылдың беренсе көнөндә, Стәрлетамаҡ кешеһе Яңы йыл тиражында 100 млн һум аҡса отто, тип хәбәр итә дәүләт лотереяһы матбуғат хеҙмәте.
Бынан тыш, республикала йәшәүсе тағын 11 кеше 1 миллион һум аҡса отҡан. Бәхетле кешеләр Өфө, Күмертау, Ҡараиҙел, Красноусол, Стәрлебаш, Бишбүләк, Стәрлетамаҡ һәм Иҫке Балтачта билеттарҙы һатып алған. Дөйөм алғанда, республика халҡы 2024 йылдың беренсе көнөндә 46 млн һумдан артыҡ аҡса отҡан.
Яңы йыл тиражында 100 млн һумды дүрт кеше, шул иҫәптән Башҡортостанда йәшәүсе кеше алған.
Башинформ.