Хәҙерге ваҡытта медицина кадрҙары алтын хаҡына тиң. Шуға күрә беҙҙең үҙәк район дауанаһы 2023 йылда врач-рентгенолог Татьяна Васильевна Николаевнаны шатланып ҡаршы алды.
Татьяна 1998 йылда Бишбүләктә тыуған. Бишбүләк ауылының 1-се урта мәктeбенең 11 класын тамамлағас, ул медицина факультетына уҡырға инә.
— Дөрөҫөн әйткeндe, 11 кластан һуң юғары уҡыу йортон һайлау ҙур проблема булды. Бар тормошоңдо бағышлаған һөнәрҙе асыҡлау ҡыйын, hәм ул һиңә оҡшармы? Мин аҡылым ҡушыуы буйынса медицинаны һайланым, сөнки ул абруйлы, хөрмәтле, яҡшы түләнә торған, hәм, әлбиттe, кешелeргe ярҙам итә алам, тип иҫәпләнем. Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға кергәс, миңә район хакимиәте ярҙам итте, улар йүнәлтмә бирҙе, бының өсөн ҙур рәхмәтлемен, — ти Татьяна.
2021 йылда Өфө ҡалаһының «Педиатрия» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлай. 2023 йылда ординатураны уңышлы тамамлай hәм «Рентгенология» белгеслеге буйынса аккредитация уҙа. Ҡулына диплом алғас, хеҙмәт юлын Бишбүләк үҙәк район дауаханаһында башлай.
— Бында эшләү миңә оҡшай. Коллективта, етәкселек кеүек үк, дуҫтанә мөнәсәбәт, — тип билдәләп үтә Татьяна.
Наилә СӘБӘХОВА.
Фото шәхси архивтан.