Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
13 Ғинуар 2024, 05:05

"Ҡара принц" торты

Ял көндәрендә тәмле торт бешереп, яҡындарың менән бергә сәй табыны артында гөрләшеп ултырыуға ни етә?!

"Ҡара принц" торты"Ҡара принц" торты
"Ҡара принц" торты

Ҡамыр өсөн:
🍰йомортҡа - 1 шт;
🍰шәкәр ҡомо - 1 стакан;
🍰какао - 2-3 ҡалаҡ;
🍰кефир - 1 стакан;
🍰сода - 1 балғалаҡ;
🍰он - 1 стакан.

Крем өсөн:
🍰аҡ май - 200 гр;
🍰ҡаймаҡ - 250 гр;
🍰шәкәр - 0,5 стакан.
(Һыуыҡ аҡ май менән шәкәрҙе ыуабыҙ ҙа, ҡаймаҡ ҡушып блендерҙа өйрөлтәбеҙ)

Эш барышы:
Йомортҡа менән шәкәрҙе күперткәнсе туҡыйбыҙ һәм кефир, сода, он ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Ҡаймаҡ ҡуйылығандағы ҡамырҙы майлы табаға һалабыҙ һәм 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкаға оҙатабыҙ. Бисквиттың әҙерлеген шырпы тығып ҡарайбыҙ. Әгәр шырпы ҡоро сыҡһа - бисквит әҙер.
Һыуынған бисквитты оҙон үткер бысаҡ менән уртаға ярабыҙ һәм крем һылап, үҙебеҙ теләгәнсә емеш-еләк турап һалабыҙ. Өҫтөнә икенсе ҡат бисквитты һалабыҙ һәм ҡалған кремды һылап, үҙебеҙгә оҡшағанса биҙәйбеҙ.
Табындарығыҙ бәрәкәтле, яҡындарығыҙ менән бергә булһын, дуҫтар!

'Тәмлетамаҡ' сайтынан. 

"Ҡара принц" торты
"Ҡара принц" торты
Автор:
Читайте нас