Республиканың иң ҙур инфраструктура проекты – Өфөләге “Көнсығыш сығыу юлы”ның әҙерлеге 88 процент тәшкил итә.
“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) башҡарылған был объектта яҡтыртыу саралары ла күрелгән. Подрядсы ойошма дөйөм оҙонлоғо 14 километрға яҡын был объектта 787 мачт ҡуйыуға өлгәшкән. Хәҙер юлды Рәсәйҙә етештерелгән диодлы лампалар яҡтыртасаҡ.
Башҡортостандың транспорт һм юл хужалығы министры Александр Клебанов билдәләүенсә, бындай лампалар ҡулланыуҙың ыңғай яғы - файҙаланыу ваҡытының ҙурлығы һәм электр энергияһына сығымдарҙың ҡырҡа кәмеүе.
“Башҡортостан концессия компанияһы”ның генераль директоры Асабали Закавов билдәләүенсә, түләү алынған пунктта төҙөлөш эштәре тамамланған: заманса ике ҡатлы бина төҙөлгән, юл менән идара итеүҙең интеллектуаль системаһы ҡуйылған, кассирҙар һәм диспетчерҙар эшләйәсәк.
“Көнсығыш сығыу юлы” – оҙонлоғо 1,2 киломертға тиң тоннель участкаһы, Өфө йылғаһы аша эстакада менән күпер үткәүеле һәм “Урал” М5 федераль трассаһына сыҡҡан 10 километр оҙонлоғондағы тиҙлекле автомобиль юлы.
Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – норматив талаптарға тура килгән төбәк автомобиль юлдарын арттырыу.
Фото:"Башҡортостан" ДТРК-һы.
/bashgazet.ru