Төнгө янғындарҙа ике кеше һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үлем осраҡтарының береһе Тәтешле районының Иҫке Курҙем ауылында булған, унда Партизан урамындағы бүрәнә йорт янған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында 1939 йылғы ирҙең үле кәүҙәһе табылған.
Икенсе фажиғә!ле ваҡиға Салауат ҡалаһында теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һүндереү барышында унда ла мәйет табылған, әлеге ваҡытта шәхесе асыҡлана.
Янғындарҙың сығыу сәбәптәрен һәм булған хәлдең шарттарын Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тикшереүселәре асыҡлай.