Бөгөнгө көндә, һәр кем ҡулынан килгәнсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итергә тырыша. Бигерәк тә, маскировка селтәрҙәренең һуғыш зонаһындағы иң мөһим әйберҙәрҙең береһе булыуын аңлап, күптәр был изге эшкә ҡушылды. Аҙнай ауылының актив ҡатын-ҡыҙҙары көн һайын тигәндәй мәктәпкә селтәр үреү өсөн йыйылалар. Изге эштең иртәһе-кисе юҡ, тигәндәй, уның йәше һәм милләте лә юҡ. Бында йөрөүселәрҙең күбеһе хаҡлы ялдағылар булһа, арала эшләп йөрөүселәр ҙә бар.
- Беҙ махсус мобилизацияға саҡырылган райондашдарға ярҙам итеү өсөн эште октябрь айында башланыҡ. Иң тәүҙә эш урыны әҙерләнек, буш торған мәктәптең бер бүлмәһенә Рәүф Халиҡов, Закир Ситдиҡов, Рифҡәт Мөхәмәтшин селтәр үреү өсөн станок яһаны. Шунан һуң махсус рәүештә был эшкә өйрәтеү өсөн, Бишбүләк ирекмәндәре көн оҙоно сетка үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ана шулай әкренләп үрергә өйрәндек, - ти, был эште башлап ойоштороусы хаҡлы ялдағы уҡытыусы Лилиә Ҡадир ҡыҙы.
Аҙнай ауылы халҡы әлеге мөһим эшкә бар күңел йылыһын биреп тотондо. Әлбиттә, башлаған мәлдә барыһы ла ыңғай ғына барманы, ҡайһы берҙә бер урында киткән хата өсөн, ҡабат һүтергә лә тура килде. Шуға күрә сеткаға принтер аша сығарылган схемалар эленде. Ҡул эштәренә оҫта булған ауыл ҡатындары биҙәк артынан биҙәк яһап, шундай тиҙ һәм етеҙ эшләргә өйрәнде. Башлап ебәргәнсе ауырыраҡ булһа ла, бер өйрәнгәс бер көндә бер селтәрҙе үреү бер ни тормай уларға. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың эшен еңеләйткән ауыл оҫтаһы Закир Ситдиҡовҡа айырыуса рәхмәтлебеҙ. Ни тиһәң дә, туҡыманы буй-буй итеп киҫеү – еңел эш түгел. Ул яһап биргән ағас станок эште тиҙләтә.
Бына бер нисә ай инде үҙҙәренең йорт мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, һалҡын йәки ыжғыр буран булыуға ҡарамаҫтан, мәктәп бинаһына ашыға ауыл уңғандары. Дөйөм эшкә үҙ өлөштәрен индергән ҡатын-ҡыҙҙар: Фәнисә Камаева, Ғәлиә Мөхәмәтшина, Кифая Имашева, Тәнзилә Шөғәйепова, Ләйлә Ғүмәрова, Зимфира Муллаярова, Минзилә һәм Венера Сөләймановалар, Ирина Нуриева, Фәйрүзә Вахитова, Роза һәм Ғәлиә Мусиналар, Лилиә Халиҡова, Әлмирә Мөлөкова. Әлбиттә, эшләүселәр алышынып тора, һәр ваҡыт булмаһа ла, кемдер бер-ике тапҡыр селтәр үрергә килә. Күңелле йырҙар тыңлап, үҙ-ара төрлө мауыҡтырғыс хәлдәр һөйләшеп, ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә, эшләгән ваҡытта ауылдың әйҙәүсе китапханасыһы Фәнисә Хәбибулла ҡыҙы төрлө темаға әңгәмәләр үткәрергә лә өлгөрә. Ауыл тормошонда актив ҡатнашыусы, ил-көн яҙмышына битараф булмаған 83 йәшлек Люциә Мырҙаханова өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, таҫмалар киҫергә ярҙам итә, сәй табыны әҙерләп, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һыйлай. Ул бынан тыш, посылка әҙерләгәндә одеял, түшәк кәрәк-яраҡтары, дарыуҙар алып килде.
Әйтеүебеҙсә, Һәр үреү станогында схемалары булған ҡағыҙҙар ҡуйылған, быныһы инде яңыраҡ эшкә ҡушылғандар өсөн, ә баштан уҡ йөрөгәндәр хәҙер инде күҙҙәре бәйле килеш тә үрә алалыр, моғайын. Барлыҡ таҫмалар ҙа билдәле бер селтәр өсөн бер төҫтә, эш өсөн Бишбүләк ирекмәндәре биргән рулон туҡымалары ҡулланыла. Күҙ ҡурка, ҡул эшләй тигәндәй, хәҙер инде Аҙнай ҡатын-ҡыҙҙары биш метр киңлектәге, ун метр оҙонлоҡтағы бер селтәр, шулай уҡ алты метр оҙонлоҡтағы һәм өс метр киңлектәге 16 маскировка селтәре үргән дә инде.
Инициатив төркөм ағзалары махсус мобилизацияла булған яҡташтарға посылкалар йыйыуға ла ҡушылды. Аҡсалар йыйыу буйынса ауыл фельдшеры Эльвира Шөғәйепова иҫәп-хисап алып барҙы һәм йыйылған сумманы “Барыһы ла фронт өсөн - Бишбүләк” ирекмәндәренә тапшырҙы.
- Хәрби операциялағы егеттәрҙең үтенесен аяҡ аҫтына һалып тапап булмай бит. Беренсе посылканы беҙ үткән йылдың октябрь айында ауылдашыбыҙ, бөгөнгө көндә алғы һыҙыҡта йөрөгән биш бала атаһы өсөн әҙерләнек. Кәрәкле әйберҙәр йыйыуҙа ауыл халҡы кем аҡсалата, кем әйбер менән ярҙам итте. Ҡаты һыуыҡтар башланыр алдынан, йәғни ноябрь айында тағын посылка әҙерләнек, унда йылы кейемдәр, ойоҡбаштар, егермеләп одеял һалдыҡ, шулай уҡ мунса миндеге, аҙыҡ-түлек ебәрҙек, - ти, инициатив төркөм ағзаһы Фәнисә Камаева.
Ауылдың актив ҡатын-ҡыҙҙары тағын бер посылканы декабрь аҙағында яугирҙәргә Яңы йыл күстәнәсе булараҡ әҙерләне. Был юлы һалдаттарға йылы свитерҙар, нәски-бирсәткәләр, кәнфит-печенье, бал, медикаменттар, сәй һ.б. оҙатылды. Әлеге ваҡытта СВО-ла йөрөгән ауылдашыбыҙға тип әҙерләнгән махсус (исемле) посылка үҙ сиратын көтөп ята.
Барлыҡ район халҡы кеүек, аҙнайҙар ҙа хәрби операция зонаһында йөрөгән ир-егеттәрҙең иҫән-һау өйҙәренә ҡайтыуҙарын, яҡын араларҙа илдә тыныслыҡ урынлашыуын теләп был изге эшкә үҙ өлөшөн индерә.
—Беҙ үргән сеткалар ир-егеттәрҙең ғүмерҙәрен һаҡлаһын. Еңеү яулап тиҙ көндәр эсендә шатлыҡлы күрешеүҙәр насип булһын, - ти, улар.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА.