Форум Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса үткәрелде . 15 ғинуарҙа сара бер майҙансыҡта илдең 7,5 меңдән ашыу муниципалитет башлығын йыйҙы. Был Рәсәй тарихында тәүге ҙур сара, ул илдең 89 субъектынан – Камчатканан Калининградҡа тиклем – бәләкәй ауылдарҙан һәм ҙур ҡалаларҙан 7,5 мең муниципалитет башлығын берләштерҙе.
Эшлекле программа ВДНХ-ның һигеҙ павильонында ойошторолоп, панель дискуссия, түңәрәк өҫтәл, лекция, проекттар презентацияһы һәм федераль власть вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте. Милләт-ара берҙәмлек, илһөйәрлек тәрбиә биреү, бәләкәй Ватанға, тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа һөйөү тәрбиәләү, Ғаилә йылы һәм йәштәр араһында ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Бөтә илдең тәжрибә уртаҡлашыр, муниципалитеттар, проблемалар тураһында һөйләр, файҙалы, рациональ булғандарын һыҙыҡ өҫтөнә алыу өсөн үткәрелгән был күләмле сарала бишбүләктәрҙең ҡатнашыуы ла мәртәбәле. Был мөһим сарала ҡатнашыу беҙҙең районы делегацияһы өсөн иҫтәлекле ваҡиғаға әйләнде.