Башҡортостанда синоптиктар алдағы ял көндәренә һауа торошо менән таныштырҙы. Шәмбе, 20 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарҙың айырым участкаларына көрт һалыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -6, -11°, көньяҡ-көнсығышта -16°, көндөҙ -3, -8°.
Йәкшәмбе, 21 ғинуарҙа, төндә урыны менән, көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа буран, юлдарҙа көрт. Ел көньяҡтан талғын, төндә һәм иртән урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -4, -9°, көньяҡ-көнсығышта -14°, көндөҙ -2, -7°, көньяҡ-көнсығышта -12°.