Тыумышы менән Бишбүләктән булған Азалия Рәшитова — йырсы, “Туған тел” каналын алып барыусы, күп кенә йырҙарҙың авторы булараҡ та билдәле. Тормош иптәше — популяр композитор, йырсы, музыкаль продюсер Урал Рәшитов.
— Йәш айырмағыҙ 18 йыл.
— Баштағы мәлдәрҙә мөнәсәбәттәрҙә бер аҙ ваҡ-төйәк проблемалар булғыланы инде. Хәҙер йәш айырмаһы һиҙелмәй ҙә. Икебеҙ ҙә етеҙ, дәртләнеп эшләйбеҙ, үҙебеҙҙе тонуста тотабыҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ уртаҡ, беҙ бер тулҡында. Бер-бер артлы тыуған балаларыбыҙ мөхәббәтебеҙҙе, ғаиләне тағын да ныгытты. Барыһы ла Аллаға шөкөр. Был хаҡта ҡысҡырып әйтергә лә ҡурҡам, бик бәхетле ҡатын-ҡыҙ, әсәй булып йәшәйем. Ирем мине эштән һағынып көтөп ала, тәмле аштар ҙа бешереп ҡуйғылай
https://baltachtan.ru.