Бөгөн Бишбүләктәр саңғыға баҫты. Берсә сатлама һалҡын көндәр, берсә буранлы көндәр алмашына торғас, ғинуар айының яртыһы үтеп тә китте, шуға күрә бөгөн генә саңғы шыуыу сезонын асыу мөмкинлеге тыуҙы.
Һауа торошо һөйөндөрмәһә лә, һабантуй яланына бар район буйынса саңғы спорты һөйөүселәре йыйылды. Стартҡа 100-ҙән ашыу кеше баҫты - улар араһында оҙаҡ йылдар ошо спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр ҙә, тәүге тапҡыр саңғыға баҫыусылар ҙа, тотош ғаиләһе менән килеүселәр ҙә бар ине. Ярышта ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы "Олячи" этностудияһы төркөмө ҡайнар сәй һәм мордва милли ризыҡтары менән һыйланы.
https://vk.com/public130943202