Президенттың ҡушыуы буйынса 2022 йылдан әсәлек капиталы йыл һайын инфляция буйынса индексациялана. 2024 йылдың 1 февраленән беренсе балаға әсәлек капиталы күләме – 43,4 мең һумға, ә икенсеһенә 57,4 мең һумға артасаҡ.
2023 йылда әсәлек капиталы аҡсаһын күберәк торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонғандар. Илдә 677 меңдән ашыу ғаилә ошондай мөмкинлектән файҙаланған.
Икенсе популяр йүнәлеш – әсәлек капиталынан өс йәшкә тиклемге балаға айлыҡ түләү.
Өсөнсөһө – белем алыу. 2023 йылда 376 мең ата-әсә әсәлек капиталы аҡсаһын ошо маҡсат өсөн тотонған.
Беренсе бала өсөн аҡса алған ата-әсәләргә икенсе балаһы тыуғанда 202,6 мең һум күләмендә өҫтәмә ҡаралған.
“Әсәлек капиталы” “Демография” милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.
#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Башинформ.