Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
21 Ғинуар 2024, 11:49

Сикләүҙәр индерелде

Һауа шарттары тотороҡһоҙ булыу сәбәпле, республиканың айырым юлдарында ваҡытлыса юл хәрәкәте сикләнә. 

Сикләүҙәр индерелдеСикләүҙәр индерелде
Сикләүҙәр индерелде

Һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле, республикабыҙҙың юлдарында сикләүҙәр индерелде. Бөгөн иртәнге сәғәт 11-се яртынан алып йөк һәм пассажирҙар ташыусы транспортҡа түбәндәге сикләүҙәр ҡағыла:

"Борай–Иҫке Балтас–Куеда" (0 километрҙан 99-сы километр); "Яңауыл–Үрге Тәтешле" (0 километрҙан 55-се километр); "Дүртөйлө–Борай" (27-се километрҙан 63-сө километр); "Өфө–Бөрө–Яңауыл" (33-сө километрҙан 214-се километр), "Нефтекама–Яңауыл" (0 километрҙан 50-се километр); "Дүртөйлө–Нефтекама" (39-сы километрҙан 87-се километр); "Ҡыҙыл Холм–Нефтекама" (0 километрҙан 53-сө километр).

Сикләүҙәр киске сәғәт 11-се яртыға хәтлем буласаҡ.

Шулай уҡ сикләүҙәр Бәләбәй–Ермолкино" (0 километрҙан 9-сы километр); "Аксаков–Малиновка" (0 километрҙан 5-се километр) автомобиль юлдарында оҙайтыла. Бынан тыш, "Благовещенск–Волков" (0 километрҙан 30-сы километр); "Ахлыстин–Төрөшлө" (0 километрҙан 25-се километр); "Бедеев Яланы – Ахлыстин" (0 километрҙан 25-се километр); "Благовещенск – Павловка" (0 километрҙан 65-се километр) юлдарында сикләүҙәр индерелгәйне.

ЮХХДИ сикләүҙәр тураһында мәғлүмәтте инҡар итмәҫкә, киреһенсә үтәргә кәңәш итә.

Фото:resbash.ru

https://bashgazet.ru

Сикләүҙәр индерелде
Сикләүҙәр индерелде
Автор:
Читайте нас