Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
23 Ғинуар 2024, 06:06

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы хоккей уйнарға саҡыралар

Шишмә районында Мең ырыуының гүзәл заттары көс һынашасаҡ

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы хоккей уйнарға саҡыраларҠатын-ҡыҙҙарҙы хоккей уйнарға саҡыралар
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы хоккей уйнарға саҡыралар

Түбән Хаҗәт ауылында быйма кейеп хоккей уйнау буйынса ярыштар уҙғарыла. Ойоштороу комитеты ҡарары буйынса, турнир 3 февралдә сәғәт 11-ҙә башлана. Ярыштар «Плей-офф» (уйындан төшөп ҡалыу) системаһы буйынса үткәрелә. Уйындарҙы үткәреү өсөн Түбән Хаҗәт авылы янындағы Сөңлөгөл күлендәге майҙансыҡ һайланған. Сара «Айыҡ ауыл-2023-2024» конкурсы сиктәрендә ойошорола. Унда йәшәү урыны буйынса тупланған командалар ҡатнаша ала. Командалар составына «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусы, мең ыруына ҡараған ауылдарҙа йәшәүсе 50 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар керә.

Ярыштар Шишмә районы хакимиәте, мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы, Шишмә районы башҡорттары ҡоролтайы һәм Шишмә ауыл Советы биләмәһе хакимиәте ярҙамында үткәрелә.

8-906-373-8080 телефоны буйынса тулыраҡ мәғлүмәт алырға була.

https://chishme.ru

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы хоккей уйнарға саҡыралар
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы хоккей уйнарға саҡыралар
Автор:
Читайте нас