Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
25 Ғинуар 2024, 07:18

Файҙалы емеш

Инжир иммунитетты нығыта, яман шештән һаҡлай, ҡан баҫымын көйләй

Файҙалы емешФайҙалы емеш
Файҙалы емеш

Уның емештәре бик тәмле һәм файҙалы матдәләргә бай.

Инжир С витаминына бай. Ә ул, инфекция һәм авырыуҙарға ҡаршы көрәшергә ярҙам итеп, иммун системаһын нығытыуҙа ҙур роль уйнай. Бынан тыш әлеге витамин, тән тиреһенең тиҙ ҡартайыуына кәртә ҡуйып, коллагенды тергеҙеүгә ярҙам итә.

Был емештә антиоксиданттар ҙа күп. Улар күҙәнәктәрҙе онкологияға, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына, Альцгеймер ауырыуына килтерерҙәй ирекле радикалдарҙан (атом киҫәксектәре) һаҡлай.

Инжирҙағы тағын бер мөһим минерал – калий. Быныһы йөрәк тибешен һәм ҡан баҫымын көйләү өсөн кәрәк. Шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары ҡурҡынысын, ҡандағы холестеринды кәметергә лә ярҙам итә. 

Емештәге епселдәр ашкаҙанды эшкәртеүгә булышлыҡ итә, эс кибеү кеүек ашҡаҙан-эсәклектәге проблемаларҙы юҡҡа сығара. Унда шулай уҡ магний, баҡыр, тимер һәм А витамины күп. Был матдәләр сәламәтлеккә ыңғай йоғонто яһай, көс-энергия өҫтәй, кәйефте күтәрә.

https://vk.com/public19130846

 

Файҙалы емеш
Файҙалы емеш
Автор:
Читайте нас