Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
25 Ғинуар 2024, 04:31

Мигранттарҙы иҫәпкә ҡуялар

Башкортстанда РФ гражданлығы булған 111 мигрант хәрби иҫәпкә алынған.

Мигранттарҙы иҫәпкә ҡуяларМигранттарҙы иҫәпкә ҡуялар
Мигранттарҙы иҫәпкә ҡуялар
СК хеҙмәткәрҙәре хәрби комиссариаттарға армияға хеҙмәт итергә саҡырыла торған эмигранттарҙы табырга ярҙам итәләр.

2023 йылдың ноябрь — декабрендә Башҡортостанда күптән түгел Рәсәй гражданлығын алған 111 эмигрант хәрби иҫәпкә ҡуйылған. Был хаҡта Рәсәй Тикшереү комитетының Өфө гарнизоны буйынса хәрби тикшереү бүлегендә хәбәр иткәндәр.

Бының өсөн тикшереүселәр хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре менән бергә хеҙмәт мигранттарының йәшәү һәм эш урындарына рейдтар үткәрә. 2023 йылда РФ гражданлығын алыусыларҙы эҙләйҙәр.

"Үткәрелгән саралар барышында гражданлыҡ алған 18 йәштән алып 29 йәшкә ҡәҙәрге 111 граждан асыҡланды һәм хәрби иҫәпкә ҡуйылды. Шуларҙың өсөһө саҡырылыш буйынса хеҙмәткә саҡырылған, өсөһө үҙ теләге менән контракт буйынса РФ Ҡораллы Көстәре сафтарына хәрби хеҙмәткә кергән”, — тип хәбәр ителә Тикшереү комитетында.

Рейдтарҙа, СК һәм хәрби комиссариаттар хеҙмәткәрҙәренән тыш, эске эштәр министрлығы һәм миграция мәсьәләләре идараһы вәкилдәре ҡатнашты, тип билдәләп үткәндәр ведомствола.

РБК хәбәр итеүенсә, Украинала махсус хәрби операция башланғандан һуң, Рәсәй хакимиәте хәрби хеҙмәткә яраҡлы һәм Оборона министрлығы менән контракт төҙөй алған сит ил кешеләренең РФ гражданлығын алыу процедураһын ябайлаштырған. Шул уҡ ваҡытта закон «яңы» граждандарҙы ике аҙна дауамында хәрби иҫәпкә баҫырға мәжбүр итә.

Уҙған йыл көс структуралары Рәсәй гражданлығын алған мигранттарҙы эҙләү буйынса даими рейдтар үткәрә башланы. Мәҫәлән, Санкт-Петербургта август айында шундай бер рейдта хәрби комиссариаттарға иҫәпкә алынмаған 100-ҙән ашыу кешене алып килгәндәр.

Башинформ. 

 

Мигранттарҙы иҫәпкә ҡуялар
Мигранттарҙы иҫәпкә ҡуялар
Автор:
Читайте нас