Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
25 Ғинуар 2024, 08:32

Яңынан-яңы үрҙәр яулай

Айыт ауылынан Айҙар Латипов колледжда уҡыған ваҡытта уҡ хоккей менән шөғөлләнә

Яңынан-яңы үрҙәр яулайЯңынан-яңы үрҙәр яулай
Яңынан-яңы үрҙәр яулай

25 ғинуарҙа бар Рәсәй халҡы Студенттар көнөн билдәләп үтә. Студенттар тормошо — ул даими хәрәкәт. Ул — белем алыу ғына түгел, дуҫтар табыу, тормыш тәжрибәһе туплау, үҙаллылыҡ осоро ла.

Студенттар — йәмғиәттең тормошта үҙ юлын эҙләүселәрҙең актив өлөшө. Яҡташыбыҙ Айҙар Латипов С.И. Кувыкин исемендәге Октябрьский нефть колледжының өсөнсө курс студенты, спортсы, ҡаланың «Аҡҡош» хоккей командаһы составында уйнай. Айҙар Ф.Кәрим исемендәге Айыт ауылы урта мәктәбенең 9-сы класын тамамлаған. Мәктәп йылдарында уҡ ул ирекмәнлек эшсәнлеге менән актив шөғөлләнә. Беренсе кластан ул «Илдар Ғимаев» хоккей командаһының йәш төркөмө капитаны була. 2021 йылда С.И. Кувыкин исемендәге Октябрьский нефть колледжына нефть hәм газ сығанаҡтарының геологияһы hәм разведкаһы факультетына уҡырға инә.

— Колледжда уҡыу бик оҡшай. Студент йылдары - тормошомда иң мауыҡтырғыс осор. Ул — даими хәрәкәт, ваҡиғалар hәм танышыуҙар. Минең өсөн студент булыу — зачеттар hәм имтихандар ғына түгел, ә яҡшы уҡыуҙан тыш эшсәнлек тә, — тип, билдәләп үтә Айҙар. 

Колледжда уҡыған ваҡытта сәмле егет хоккей менән шөғөлләнергә өлгөрә. 

— Октябрьский ҡалаһында «Аҡҡош» хоккей командаһында уйнайым. Шулай уҡ Айыт ауылының «Илдар Ғимаев» командаһы составында район hәм республика ярыштарында ҡатнашыуымды дауам итәм. Тренерыбыҙ Азат Ғабдулла улы Сәмиғуллинға минең башланғысымда даими ярҙам итеп тороуы, миңә хоккейға ҡарата һөйөү уятыуы өсөн рәхмeтлемен, — ти, Айҙар.

Уҡыуҙа тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшеүҙән тыш студенттың спортта ла уңыштары бар. Айҙар бер нисә тапҡыр хоккей буйынса төбәк-ара ярыштарҙа иң яҡшы hөжүм итеүсе булған. 2023 йылда Айҙар Түбән Новгород өлкәһендә «Алтын алҡа» клубының Бөтә Рәсәй ярыштарында Саҡмағош районы командаһы өсөн уйнаған.

Наилә СӘБӘХОВА.

Фото шәхси авхивтан.

Яңынан-яңы үрҙәр яулай
Яңынан-яңы үрҙәр яулай
Автор:
Читайте нас