Быйылғы ҡыш юл хеҙмәткәрҙәре өсөн ысын һынау ойошторҙо. Ҡар көрттәре транспорт хәрәкәтенә hәм йәйәүлеләргә ауырлыҡтар тыуҙыра. Инде төн ваҡыты. Кешеләр йылы йорттарында йоҡларға йыйына, ә юл-ремонт хеҙмәткәрҙәренә тыныслыҡ төштәренә лә кермәй. Эш ваҡыты әле башлана ғына. Көслө бурандарҙан һуң юлдарҙы ҡарҙан таҙартырға кәрәк. Был эш иң сыҙамлылар өсөн. Техника башҡарып бөтә алмағанды юлсылар ҡул менән көрәй.
«Ҡар тотҡононан» ҡотолорға районға Бишбүләк районы юл хеҙмәте ярҙам итә. Максималь күләмдә техника, юл эшселәре йәлеп ителгән. Көслө бурандарҙа юлдарҙы таҙартырға 20 берәмек техника сыға. Шуларҙың өсөһө автогрейдер, алты комбинаци- ялеы«КамАЗ» юл машинаһы, ике Т-150, ике төйәгес, ҡар эттерә торған көслө ике МТЗ-82, роторлы МТЗ-82, шнек роторлы ике «Урал» ҡар таҙартҡысы, эшселәр менән ике УАЗ, бер «Газель».
Иң ауыры тап бына юлсыларға тура килә, сөнки улар иртә таңдан күп итеп яуған ҡар менән көрәшә, ә ҡайһы берҙә юлдарҙы таҙартырға төндә лә сыға.
Ҡыш бик күп сюрприздар алып килә, ләкин хатта иң ҡатмарлы hауа торошо лабеҙҙең юлсыларға автомобиль юлдарын тейешле тәртиптә тоторға ҡамасауламай. Тиҙ hәм сифатлы эшләргә юл хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт әҙер.
Наилә СӘБӘХОВА.
Автор фотоһы.