Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
27 Ғинуар 2024, 05:08

Милли ризыҡтарға ҡыҙыҡһыныу арта

"Минҽң милли ризығым" акцияһына Бишбүләк ауылының 1-се мәктәбе уҡыусылары ла ҡушыла.  

Милли ризыҡтарға ҡыҙыҡһыныу артаМилли ризыҡтарға ҡыҙыҡһыныу арта
Милли ризыҡтарға ҡыҙыҡһыныу арта

 Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған "Минҽң яратҡан милли ризығым" флешмобына мәктәп уҡыусылары ихлас ҡушылды.

Йәш быуында йолаларыбыҙға, аш-һыуыбыҙға ҡыҙыҡһыныу арттырыу маҡсатында ойошторолған сара бик матур үтте. Эремсек, сәксәк, бауырһаҡ, ҡыҫтыбый – былар барыһы ла яратҡан ризыҡтарыбыҙ. Был юлы ҡыҙҙар ашнаҡсы апайҙары ярҙамында милли ризыҡ - ҡыҫтыбый әҙерләне. Уларҙың һәр береһе үҙ ҡулы менән ҡамыр баҫырға, нисек дөрөҫ итеп йәймә йәйергә өйрәнде. Ҡыҙҙарға аш-һыу бешереү бик оҡшаны. Бергәләп әҙерләгән милли ризығыбыҙ бик тәмле килеп сыҡты. Эш барышында, улар башҡорт аш-һыуының үҙенсәлектәре менән танышты, дөрөҫ туҡланыу тураһында ла фекер алышты. 

Бындай саралар балаларҙа төрлө ризыҡтар әҙерләүҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Бигерәктә халҡыбыҙҙың милли үҙенсәлектәрен һаҡлауға, үҫтереүгә, таратыуға етди иғтибар бирелеүе ҡыуаныслы.

https://vk.com/public210652587#

Милли ризыҡтарға ҡыҙыҡһыныу арта
Милли ризыҡтарға ҡыҙыҡһыныу арта
Милли ризыҡтарға ҡыҙыҡһыныу арта
Автор:
Читайте нас