Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
28 Ғинуар 2024, 07:05

Һүнгән гөл (Булған хәл)

Көтөлмәгән осрашыу.

Һүнгән гөл (Булған хәл)Һүнгән гөл (Булған хәл)
Һүнгән гөл (Булған хәл)

Ул күренеү менән бүлмәләгеләр берҙәм тороп баҫты. Урта буйлы, сибегерәк кәүҙәле был әҙәм, өҫтәл башындағы айырым ултырғысҡа урынлашып, буйһондороусан үткер ҡарашы менән һәр кемде барлап сыҡты ла ҡулы менән ултырырға ишара яһаны. Миңә, шарап шауҡымында булғанғамылыр инде, ярым-ҡараңғы бүлмә лә, ундағыларҙың ҡыланыштары ла нисектер серле тойолдо.

Барыбыҙ ҙа урыныбыҙға ултыр­ғас, ул (Нурия ҡолағыма: “Гуру” (беҙҙеңсә, “остаз”), тип шыбыр­ҙаны) үткер ҡарашы менән миңә текәлеп торҙо ла:

– Һин “Ер етемдәре” араһында булырға теләр инеңме? – тип һораны.

Был спектаклдә уйнаясағыма ҡәнәғәтлек белдереп, көлмәҫкә тырышып, баш ҡаҡтым.

– Уға “Тере һыу” килтерегеҙ!

Официантка миңә ярты бокал самаһы шыйыҡса килтереп тоттор­ҙо. Мин был әскелтем эсемлекте, бүлмәләгеләрҙең миңә төбәлгән ҡарашы йоғонтоһонда, тамсыһына тиклем эсеп ҡуйҙым.

Бер аҙҙан үҙемде тән ауырлы­ғын юғалтып, ҡанатланып, ҡайҙа­лыр осоп барғандай һиҙә башланым. Күҙем бүлмәләгеләрҙе шәйлә­һә лә, ҡолағыма Остаздың тоноҡ ҡына тауышы сағылып, үҙемде аң-уйҙарым менән ул һөйләгән нин­дәйҙер ят донъяла тип хис итә инем. Шулай күпме дауам иткән­дер, асыҡ ҡына хәтерләмәйем. Ә аңыма килгәндә, тар ғына бер бүлмәлә шәрә килеш Дурдының ҡосағында ята инем…

Зәйтүнгөл, һүҙенән туҡтап, араҡы ҡойолған стаканды ҡулына алды ла уға сирҡанғандай бер аҙ ҡарап торҙо.

– Һин мине быларҙы бәйнә-бәйнә аҡланғандан һөйләй, тип уйлама. Ә бына ошо “зәм-зәм һыуы”, еңел аҡыллылыҡ арҡаһында нисек анһат ҡына улар ҡорған үрмәксе ауына, йәғни наркомандар тоҙағы­на эләгеүемде әйтмәксе инем. Иҫемә килгәс, булып уҙған хәл-ваҡиғаларға үкенгән тип беләһең­ме? Юҡ-юҡ! Сөнки мин ул хәлдә түгел инем шул. Башым ярылып сатнай, күңелем болғанып уҡшыта, бөтә тәнем ҡалтырай.

Шулай ғазапланып ятҡанда, ҡулына стакан тотоп Нурия килеп инде лә: “Эс, шул ғына йүнәлтер һине”, – тип, хәлһеҙ генә ҡаршыла­шыуыма ҡарамаҫтан, ундағы эсемлекте миңә эсереп бөтөрҙө. Ысынлап та, яйлап бөтә ауырыу ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Аңым да яңынан томаланып, тағы ла кисәге ваҡиғалар ҡабатланды. Ҡалаға ике көндән һуң ғына әйләнеп ҡайттыҡ. Айырылышҡанда Нурия миңә: “Улай-былай кәрәк булһа”, – тип бер нисә таблетка ҡалдырҙы.

– Мин был ваҡиғаларҙан һуң бер нисә көн иҫ-аҡылыма килә алмай йөрөнөм. Бер яҡтан, үҙемдең ҡыланыштарыма, иремә булған хыянатыма күңел ғазаплығы кисерһәм, икенсе яҡтан, шул ваҡыт янымда таяныр кешем юҡлығы, булғанының да һатлыҡ булып сығыуы йөрәгемде әрнетте. Ни эш­ләргә белмәй, үҙ-үҙемдән ҡасырға теләп, аҙлап булһа ла теге таблет­каларҙы йоттом. Ысынлап та, улар бер аҙға булһа ла оноттороп тора ине, ләкин тәьҫире һүрелгәс, биге­рәк ауыр, етмәһә, улары ла бөттө. Мин бик түҙә алмай башлағас, шуларҙы һорап, Нурияға барҙым. Ул “тегендә” барырбыҙ, шунда ғына табып була, тип яуап ҡайтарҙы. Шулай уҡ улар өсөн ҙур ғына сумма аҡса кәрәклеген дә әйтте.

Һәм беҙ тағы ла “Ер етемдәре” араһында, “остаз” ҡаршыһын­да­быҙ. Ул тыныс ҡына ҡиәфәт менән ҡайһыларының анаша тартҡанын, ҡайһыларының күкнар эскәнен, таблетка йотҡанын күҙәтеп ултыра һәм уларҙың ҡарашында бушлыҡ, буйһоноусанлыҡ сағыла башлағас, үҙенең дәрестәрен башлай.

Экстрасенс сеанстары ваҡы­тында мистикаға бирелеп, йәғни “остаз”дың һөйләгәндәре тәьҫи­рендә, наркотиктар томалаған зиһенең менән ысынбарлыҡтан айырылып, Гуру төҙөгән серле донъяға сәйәхәт итергә маташыу башлана. Әлбиттә, зәғифләнгән аң, наркотиктар, оҙайлы “дәрестәр” һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай.

Ысынлап та, ҡалаға был ҡайты­уыбыҙҙан һуң үҙемде башҡаларға мөмкин булмаған юғары кисереш­тәр кисерә, уларҙың төшөнә лә инеп сыҡмаған сихри донъяла йәшәй ала торған ниндәйҙер юғары ҡатлам кешеһе кеүек һиҙә башла­ғайным инде. Хатта тирә-йүндәге кешеләргә түбәнһетеп ҡарар булып киттем.

Бынан һуң мин, ҡунаҡханалағы осрашыуҙарҙы ҡалдырмаҫҡа тырышып, ойошманың әүҙем ағза­һына әйләндем. Наркотиктарҙың да төрлөһөн татып, йәғни күкнар, “тәгәрмәс” эсеп, “химка”, “ханка”ла ултырып, анаша тартып, инде уларға бөтөнләй ылығып, уларһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтерә алмаҫлыҡ хәлгә еттем. Ағзалыҡ “иғәнәһенә”, “кайф” тотоуға тәүҙә һаҡлыҡ кассаһындағы аҡса, һуңыраҡ аҡсаға әйләнеп, өр-яңы “Жигули” машинаһы, өйҙәге ҡайһы бер йорт йыһазы ла инеп китте.

“Аҡ үлем” тырнағына ныҡлап эләккән кеше унһыҙ тора алмай. Әгәр ҙә һин уны ваҡытында ҡабул итмәһәң, алкаштар әйтмешләй, “махмыр”, абстиненция синдромы, йәғни “ломка” башлана. Йөрәк ярһып тибә, ҡолаҡҡа ниндәйҙер ят тауыштар ишетелә, бөтә тән түҙеп торғоһоҙ ауырта, һөйәктәр һыҙлай, бер туҡтауһыҙ уҡшыта – был хәлдә унан ҡотолоу өсөн йәнеңде бирергә ризаһың. Ә наркотиктың тейешле дозаһы шуларҙы ҡул менән һыпырып алғандай юҡ итә, ләкин ул дозаның хаҡы – ой-ой-ой!..

Мин яҡын туғандарыма әүерел­гән ойошма ағзаларының ысынында елғыуар, рухи яҡтан ярлы, көс­һөҙ бәндәләр икәнен дә, ҡаҡшамаҫ абруйлы, һәр һүҙе беҙҙең өсөн закон, беҙгә ерҙәге алла булып күренгән “остаз”дың тик беҙҙең аҡсаларыбыҙҙы үҙләштереүсе енәйәтсе, мутлашыусы икәнен дә аңланым-аңлауын, ләкин һуң ине инде...

Яңы уҡыу йылы башланыуға, атайым балаларҙы килтереп китте. Мин ҡайта алмауымды “ауырып дауаханала яттым” тип кенә аңлат­тым. Әлбиттә, ул һиҙенде, ләкин ни эшләтә ала инде? Артабан мәктәптә эшләй алмауымды һиҙеп, ғариза яҙып, эштән киттем.

Күп өлөшө наркотиктарға китһә лә, Михмандан йәшәрлек аҡса килеп тора ине. Зиһенем асылған арала өҫ-баштарын ҡарап, тамаҡ­тарын туйҙырып, балаларҙы үҙемсә тәрбиәләргә тырыштым. Ләкин “шешәләштәрем” менән йыйылып, “кайф” тотҡан осорҙа улар онотола. Күбеһенсә мәктәпкә бысраҡ кейем менән китәләр, ас та ятып йоҡлайҙар ине. Былар кеше күҙенә ташланмай ҡалманы. Төрлө ойошмаларҙан, милициянан килеп, иҫкәртеп тә киттеләр.

Һәм, ниһайәт, судҡа саҡырыу ҡағыҙы килде. Унда мине әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеп, улдарымды балалар йортона ебәрергә ҡарар сығарҙылар. Суд барған мәлдә мин ғәфү итеүҙәрен һорап ялбарманым да, иламаным да, ундағы ваҡиғалар төштәге һымаҡ ҡына үтеп китте. Ләкин өйгә ҡайтып, минән балаларымды алырға килгәндәрен күргәс, бигерәк тә кесе улым: “Әсәй, әсәкәйем! Бирмә мине!” – тип муйыныма һырылғас, үҙемдең ниндәй упҡынға осҡаным­ды аңланым…

Зәйтүнгөлдөң тауышы ҡалты­ранды, тоноҡлана башлаған күҙҙә­ренән ике бөрсөк йәш тәгәрәп төштө.

Был төндә беренсе тапҡыр айыҡ баш менән уйланып сыҡтым. Булып үткән ваҡиғаларҙы бер-бер артлы күҙ алдынан уҙғарып, үҙемдең ниндәй хәлгә төшкәнемде, иң һуңғы сиккә барып терәлгәнемде бөтөн ысынбарлығы менән төшөндөм. Киләсәктә Михман менән буласаҡ мөнәсәбәттәрҙе уйламаҫҡа тырыша инем. Уйлағанда ла, ул ҡайтҡас, барыһын да асыҡтан-асыҡ һөйләп бирермен дә, яратһа, балалар хаҡына кисерер, тип өмөтләндем. Һәм уның ярҙамында “аҡ үлем” тырнағынан да ҡотолоуға иҫәп тоттом. Инде хәҙер балаларҙан да айырылғас, бөтә өмөттәрем юҡҡа сыҡты. Был хәлдә иремдең мине ғәфү итмәйәсәге көн кеүек асыҡ ине. Хәҙер башта бер генә уй – нисек тә Михман ҡайтҡансы балаларҙы кире ҡайтарып алыу.

Мин, ныҡлы ҡарарға килеп, ҡала дауаханаһына киттем. Ундағы наркомандарҙы дауалау бүлегендә ике ай самаһы ятып сыҡтым. Был ваҡыт эсендә бөтөнләй үк был алама ғәҙәттән ҡотолдормаһалар ҙа, наркотиктарға ылығыуҙы бөтөрәләр ине. Ҡалғаны үҙеңдән тора.

Дауахананан сыҡҡас, ҡалалағы учреждениеларҙың береһенә йыйыштырыусы булып урынлаштым. Эш сәғәттәрем иртән һәм кис ваҡыттарына тура килгәнлектән, хәҙер инде һәр көн көндөҙ төрлө ойошма, органдарҙың юлын тапап уҙғарҙым. Балаларҙы кире биреү­ҙәрен һорап, кемгә генә ялбарманым да кемгә генә илап баш эймәнем. Үтенесемде иғтибар менән тыңлаһалар ҙа, ыңғай хәл итергә ашығып барманылар. “Ирең ҡайтҡанын көтәйек, шунан уйлашырбыҙ”, – ине яуаптары.

Ахыр сиктә бөтә өмөтөмдө өҙөп, бары бер теләк – нисек тә балалар янында күберәк булып, уларҙы күреп ҡалыу теләге менән көн-төн тип әйтерлек ваҡытымды ҡала ситендә урынлашҡан балалар йортонда уҙғарҙым. Әлбиттә, унда мине индермәнеләр, ләкин ҡырҙан булһа ла, һирәк-мирәк бер күреп ҡалыу үҙе әллә ни ине миңә. Бәхет-ҡыуаныс та, әрнеү-ҡайғы ла. Их, белһәң ине, шунда ҡойма рәшәткәһенә һөйәлеп, күпме күҙ йәше түккәнемде…

Зәйтүнгөл дымланған күҙҙәрен ҡул һырты менән һөртөп алды ла өҫтәл тартмаһынан таблетка алып ҡапты һәм, һыу менән йотоп ебәргәс, күҙҙәрен йомоп бер аҙға тын ҡалды.

– Шулай күпме дауам итер ине икән, ниһайәт, Михмандың “Аҙна-ун көндән ҡайтып етермен” тигән хәбәре килде. Миңә, үҙ ғәйебе менән үҙ ояһын туҙҙырған әҙәмгә, һуңғы байлығым, иремдең туй бүләге – никах балдағы бәрәбә­ренә, элекке “дуҫтарым” арҡылы ялған паспорт алып, “остаз” артынан күрше республикаға китеүҙән башҡа юл ҡалманы. Ләкин Төрк­мәнстандан ваҡытында эҙен һыуы­тып өлгөргән “остаз”ға бында йәйе­леп китергә ирек бирмәнеләр. Ярты йыл да үтмәне, уны ҡулға алдылар. Ә беҙ, төйлөгәндән ҡурҡып ҡасҡан тауыҡ себештәре һымаҡ, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа һибелдек.

Мин Башҡортостанға ҡайттым. Өйҙә лә шатлыҡ ҡаршы алманы мине. Йыл ярым самаһы элек йөрәк сиренән атайым үлеп киткән. Әсәйем дә түшәк өҫтөндә ине. Мине бындай хәлдә күреү уның да үлемен тиҙләтте, буғай.

Әлбиттә, һәйбәт кенә йәшәп китә алыр инем – өй тулы әйбер, ҡарт­тарҙың һаҡлыҡ кассаһында ла мул ғына аҡса, ләкин наркомандар бында ла тамыр йәйеп өлгөргән икән. Балыҡсы балыҡсыны алыҫтан таный, тигәндәй, улар ҙа мине тиҙ тапты. Һөҙөмтәһен үҙең күрәһең. Зәйтүнгөл был бүлмәгә һәм үҙенә ымланы.

– “Аҡ үлем”дең хәҙер һуңғы сиккә еткергәнен дә беләм. Үлемдән ҡурҡмайым мин – унан уҙғанмын, ләкин шуға тиклем балаларҙы, Михманды бер күреп ҡалырға ине. Их, Мөҙәрис! Хет күҙ ҡырыйы менән генә булһа ла…

Зәйтүнгөл, ауыр уфтанып, һулҡылдап ҡуйҙы, беҙ уның менән таңға тиклем тип әйтерлек һөйләшеп ултырҙыҡ. Мин, әлбиттә, ҡатынды наркотиктан бөтөнләй арынырға, үҙен ҡулға алырға өгөтләнем, балалары, ире менән ҡайтанан ҡауышырға өмөтлән­дереп, йәшәүгә ҡыҙыҡһыныу уятырға тырыштым. Күҙҙәрендә бер аҙ өмөт сатҡылары ҡабынып китһә лә, айырылышҡанда ул “эйе” лә, “юҡ” та тип әйтмәне. Шулай ҙа тиҙ арала бер нисә элекке курсташым менән йыйылып, өгөт-нәсихәт менән ҡаршылығын һындырып тигәндәй, “аҡ үлем”дән дауалау урынына оҙаттыҡ. Һулып барған гөлдөң яңынан терелеп, яңынан сәскәгә күмелеренә өмөтөбөҙ ҙур ине беҙҙең.

Ләкин бер-ике ай ҙа үтмәне, миңә ошоларҙы яҙырға мәжбүр итеп, гөлөбөҙҙөң һүнеүе, йәғни Зәйтүнгөлдөң үҙ-үҙенә ҡул һалыуы тураһында хәбәр килде…

Мөҙәрис БАҒАЕВ.

https://bashgazet.ru

Һүнгән гөл (Булған хәл)
Һүнгән гөл (Булған хәл)
Автор:
Читайте нас