Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
29 Ғинуар 2024, 10:35

Өлгөлө ғаиләләр өсөн тауыш бирәйек!

Районыбыҙҙа «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2024» бәйгеһе дауам итә. 

Өлгөлө ғаиләләр өсөн тауыш бирәйек!Өлгөлө ғаиләләр өсөн тауыш бирәйек!
Өлгөлө ғаиләләр өсөн тауыш бирәйек!

 "2024 йыл Рәсәйҙә ғаилә йылы” тип иғлан ителде. Конкурс Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәре халҡы араһында башҡорт халҡының мәҙәниәтен, туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләне асыҡлау һәм ғаилә институтын нығытыу маҡсатында уҙғарыла.

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2024» асыҡ республика конкурсының муниципаль этабы бара.  Бәйгелә өс номинация буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк: "Ғаилә кәсебе", "Ғаилә ижады", "Ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре". Конкурсанттарҙың эшен абруйлы жюри ағзалары баһалай.

«Ғаилә ижады» номцияинацияһында – Бишбүләктән Зөлфидә Һәм Ғаяз Муллағәлиевтар,

«Ғаилә кәсебе»ндә – Аҙнай ауылынан Ғәлиә һәм Миҙхәт Мөхәмәтшиндар,

«Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре»ндә иһә Ҡаныҡай ауылынан Нәсимә һәм Минебай Мөхәмәтовтар ҡатнаша.

Уларҙың һәр ҡайһыһы һөнәрҙәре, кәсептәре менән таныштырып, һәләттәрен күрһәтеп, ғаилә ептәренең ныҡлығын сағылдырып, үҙ көстәрен һынаясаҡ.   

Тыуған төйәген данлап йәшәгән, милли рухлы, ижади ҡарашлы яҡташтарыбыҙ өсөн тауыштарыбыҙҙы йәлләмәйек! Бының өсөн ошо сайтҡа инеп, https://vk.com/bizbulyakdk тауыш бирергә мөмкин. 

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 1 мартта, йәғни Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә, "Етегән" республика башҡорт байрамында үтәсәк.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Өлгөлө ғаиләләр өсөн тауыш бирәйек!
Өлгөлө ғаиләләр өсөн тауыш бирәйек!
Өлгөлө ғаиләләр өсөн тауыш бирәйек!
Өлгөлө ғаиләләр өсөн тауыш бирәйек!
Автор:Гумерова Л
Читайте нас