Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
30 Ғинуар 2024, 14:25

Әгәр йоҡоһоҙлоҡтан яфаланһаң...

Ятыр алдынан бүлмә елләтелгән булһа яҡшыраҡ

Әгәр йоҡоһоҙлоҡтан яфаланһаң...Әгәр йоҡоһоҙлоҡтан яфаланһаң...
Әгәр йоҡоһоҙлоҡтан яфаланһаң...

Көн дауамында бер аҙ ғына булһа ла үҙ-үҙеңде ял иттереү мөһим. 2-3 сәғәт һайын 15-20 минут тыныс ҡына ултырып яратҡан музыкағыҙҙы тыңлағыҙ, йә булмаһа күңелегеҙгә ятҡан эш менән шөғөлләнегеҙ, иркенләп сәй эсегеҙ.

Тынысланыу өсөн ромашка йәиһә бал менән сәй эсеү яҡшы. Бер миҡдарҙа ромашка, бөтнөк һәм бесәй үләне ҡушырға мөмкин. Уларҙың барһын бергә болғатып, 1 бал ҡалағы ғына итеп һалып, бер сынаяҡ ҡайнар һыуҙа бешекләргә кәрәк. Көнөнә 2-3 тапҡыр эсергә.

Ятыр алдынан йоҡо бүлмәһе бүлмәһе тыныс, елләтелгән булырға тейеш. Бүлмә тынсыу, тауышлы булмаһын.

Мөмкинлек булһа, ярты сәғәт кенә саф һауала йөрөү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә.

Туҡланыуға иғтибар итегеҙ. Йоҡлар алдынан ашҡаҙанығыҙҙы тултырып ҡуймағыҙ. Киске аш йоҡоға ике сәғәт ҡала тамамланырға тейеш. увыр, майлы аҙыҡ, ит урынына күебрәк йәшелсә, еләк-емеш ашарға кәрәк икәнен онотмағыҙ. Ҡәһүә һәм ҡара сәйҙе көндөң икенсе яртыһында эсмәгеҙ. Шоколад та йоҡоһоҙлоҡҡа килтерә.

Оҙаҡ ваҡыт тырышып та, йоҡлап китә алмаһағыҙ, уң яҡҡа ятып, 8-гә кадәр һанағыҙ, унан һуң арҡаға ятып – 16-ға һәм яңынан һул яҡҡа боролоп 32-гә ҡәҙәр һанағыҙ. Көндөҙ ялҡаулыҡ һәм йоҡо баҫһа, һалҡын һыу менән битте сайҡарға һәм 1 стакан һыу эсеп ҡуйырға кәңәш ителә. Быға өҫтәп, урында һикерһәгеҙ, көндөҙгө йоҡоғоҙ асылыр.

Тормошҡа булған ҡарашығыҙҙы яңынан күҙ уңынан кисерегеҙ әле. Йоҡоһоҙлоҡтан интегеү һеҙҙе нимәлер борсоуы тураһында һөйләй. Күп кенә нимәләргә ҡарашығыҙҙы үҙгәртегеҙ. Барыһын да күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ. Һәр нәмәнең яҡшы яғын эҙләй белегеҙ. Бына күрерһеҙ: тирә-яғығыҙ күҙгә күренеп үҙгәрер, шатлыҡлы миҙгелдәр артыр, төндәрегеҙ матур төштәр күреп, татлы йоҡола үтер.

Әгәр йоҡоһоҙлоҡтан яфаланһаң...
Әгәр йоҡоһоҙлоҡтан яфаланһаң...
Автор:
Читайте нас