Тәжрибәле баҡсасылар орлоҡтар ултыртҡанда йәшелсәләрҙең үҫешенә Айҙың тәьҫире булыуын элек-электән белгән. Яңы ғына баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә башлаусыларға ла быны иҫәпкә алырға кәрәктер.
Үҫентеләрҙе өйҙә үҫтереүселәр помидор, баклажан, татлы боростоң бер ни тиклемен кадәр өлөшөн иртәрәк ултырта ала.
Орлоҡ ултыртыу өсөн уңышлы көндәр февраль башында уҡ башлана. Кәмеүсе Ай 1 февралдә — Биҙмән, 2-3 февралдә — Саян, 7-8 февралдә Кәзәмөгөҙ йолдоҙлоғонда буласаҡ, тимәк, ең һыҙғанып эш башлай алаһыҙ. Ә бына үҫеүсе Ай 15-16 февралдә — Үгеҙбыҙау, 19-21 февралдә Ҡыҫала йолдоҙлоғонда булғанда, помидор, борос, баклажан кеүек йәшелсә орлоҡтарын ултыртыусылар мул уңыш алыуында шик юҡ. Был көндәр февралдә сәсеү эштәре өсөн иң уңышлыһы һанала.
27-29 февралдә лә орлоҡ ултыртыу, үҫентеләрҙе күсереү өсөн уңайлы көндәр буласаҡ.
Баҡсыларға тағын бер кәңәш: 10 һәм 24 февралдә, йәғни Ай тыуған һәм тулған көндәрҙә, сәсеү, күсереп ултыртыу эштәре менән шөғөлләнергә ярамай. Орлоҡтарығыҙ шытып сыҡмаҫҡа, түтәлгә сығарып ултыртҡан үҫентеләрегеҙ ауырып ултырырға мөмкин.
baltachtan.ru