Малай урамда уйнап йөрөгәндә трансформатор башына менеп ятҡан тупты алам тигәнсе электр тогынан һуғылып, ике ҡулһыҙ ҡалды.
Бәхеткә күрә, Илназ көслө ихтыярлы, тормошто яратҡан малай булып сыҡты. Бала көйөнсә генә ауыр һынауға дусар булыуына ҡарамаҫтан, яҡындарын ҡыуандырып, кешеләрҙе һоҡландырып яңынан-яңы еңеүҙәргә өлгәшеүен дауам итә.
Ошо көндәрҙә ул Мәскәүҙәге Сколков инновациялы үҙәгендә эшләнгән протезды алып ҡыуанған. Илназдың әсәһе Зөлфиә Дәүләтова әйтеүенсә, ғаилә киберҡулды РФ-тың Социаль страховкалау фонды ярҙамында юллаған.
«Тәүге алынған киберҡул бәләкәйләнде. Яңыһы күпкә уңайлыраҡ, еңел дә. Тәүгеһендә эске өлөшө пластмассанан булһа, быныһында - еңел силикондан. Киберҡулға даими көс йыйҙырып торорға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә яңыһында ла функциялары әҙерәк», - ти Зөлфиә Дәүләтова.
Илназ киберҡул ярҙамында әйберҙәрҙе күтәрә, һүрәт төшөрә һәм яҙа ала. Ошо аҙнала ул ата-әсәһе менән Мәскәүҙә реабилитация үтә.
"Башинформ".