"Беренселәр хәрәкәте" – ул бөтә ил буйынса йәштәрҙе берләштергән, уларҙы тәрбиәләгән, хыялдарын, маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға мөмкинлектәр биргән ойошма. Быйылғы съезда йәштәр парадта ғына ҡатнашып ҡалманы, Уҡытыусы һәм остаз йылына ла йомғаҡ яһаны. Улар алдында билдәле Рәсәй артистары, Беренселәр хәрәкәте идаралығы рәйесе Григорий Гуров сығыш яһаны.
«Быйыл съезға илдең төрлө төбәгенән 3000-дән ашыу кеше йыйылды. Беҙ эшебеҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләп, беренселәрҙең федераль советын булдырырбыҙ. Иң төп бурыстарҙың береһе - хәрәкәткә ҡушылыусыларҙың йәш сикләүен 25 йәшкә тиклем күтәреү. Был берҙәм тәрбиә киңлеге булдырырға, мәктәптә һәм университетта уҡыусылар менән һөҙөмтәле эш алып барырға ярҙам итәсәк», — тине Григорий Гуров.
Сарала ҡатнашыусылар алдында шулай уҡ РФ хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова сығыш яһаны.
«Беҙгә һеҙҙең тағы күберәк булыуығыҙ мөһим. Һәр ҡайһығыҙ үҙенең дуҫының йөрәгенә үтеп ингән һәм "Беренселәр" рәтенә йәлеп итерҙәй кеше булырға тейеш. Һеҙҙең төп бурысығыҙ ошо — һеҙ булдыраһығыҙ. 2,5 млн кеше "Беренселәр хәрәкәте" ойошторған сараларҙа ҡатнашҡан. Рәсәй Президенты Ғаилә йылына старт бирҙе. "Беренселәр хәрәкәте" нең "Яҡындар — яратҡандар" ойошмаһы ла үҫә бара. 200 мең ғаилә ошо хәрәкәткә ҡушылды. Был бик мөһим. Һәр саҡ беренселәр сафында булайыҡ», — тип билдәләне Татьяна Голикова.
Йәштәр өсөн төрлө майҙансыҡтар эшләне. Егеттәр һәм ҡыҙҙар уҡырға, гранттарын яҡларға, яңы һөнәрҙәр үҙләштерергә өлгөрҙө.
https://ye102.ru