+30 °С
Облачно
КӘРӘК БУЛАСАҠ:
Ҡатламлы әсеткеһеҙ ҡамыр 400 грамм
Эремсек 400 грамм
Шәкәр 3-4 аш ҡалаҡ
Ванилин 1/3 бал ҡалаҡ
Йомортҡа 1 шт
Ҡаймаҡ 1-2 аш ҡалаҡ
Йомортҡа һәрыһы майлау өсөн
Өҫтөнә һибеү өсөн шәкәр пудраһы
ӘҘЕРЛӘҮ:
1. Эремсек, 1 йомортҡа, ҡаймаҡ, ванилинды ҡушып болғарға.
2. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлергә. Тура мөйөшкә 15х35 см-ға йәйергә. Яртыһына эремсекте һалырға, ситенә бер аҙ етмәйенсә. Рулет итеп әйләндерергә.
3. Пергаментҡа һалырға, йомортҡа һарыһы менән майларға.
4. Духовкала 200° алтын төҫкә тиклем бешерергә. Һыуытырға, шәкәр вағы һибергә.
vatandash.ru