Федераль суд приставтары хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әсәһе 10 йәшлек балаға урамға сығырға, мәктәпкә йөрөргә рөхсәт итмәгән, күршеләре иһә ул баланың барлығын да белмәгән. Ҡатын бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм ҡыҙын тәрбиәләү менән шөғөлләнмәгән.
Суд ҡатынды ҡыҙын атаһына тәрбиәгә бирергә ҡарар сығарған, ләкин ул, суд ҡарарын үтәүҙән ҡасып, бер нисә тапҡыр йәшәү урынын үҙгәрткән, баланы йәшергән.
Ҡатын-ҡыҙ банк картаһын ҡулланмаған һәм бер кемгә лә ишек асмаған. Һөҙөмтәлә, Стәрлетамаҡтың суд приставтары әсә менән баланың ҡайҙа булыуын барыбер асыҡлаған.
Һуңынан ҡатынды ҡулға алғандар. Бала менән бөгөн махсус табиптар эшләй.
Башинформ.